Ҡариҙел районында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрлығының коллегия ултырышы үтте

Ҡариҙел районында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрлығының коллегия ултырышы үтте 05.08.2017

Осрашыу республиканың район һәм ҡалалары хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары, иҡтисад бүлек етәкселәре һәм иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ҡатнашлығында барҙы. Ағымдағы йылдың ярты йыллығында социаль-иҡтисади үҫеш буйынса ыңғай һәм кире динамикалы төбәктәр аталды.  Мәҫәлән, 41 төбәктә сәнәғәт йылдам үҫешә, ә 21 муниципаль берәмектә кире күренеш, тип билдәләнде кәңәшмәлә.

34 район һәм ҡалаларҙа торлаҡ төҙөлөшө күләме артҡан, 25 төбәктә иһә был өлкәлә үҫеш юҡ. Төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешен билдәләүҙә тағы бер яңылыҡ - миграция процессы күрһәткестәрен барлау, сөнки халыҡтың башҡа төбәктәргә күсеп китеүе республикала замана иҡтисадының ҙур проблемаһы булып тора. Һығымталар яһағанда шулай уҡ урындарҙа эш хаҡы күләме, эшһеҙлек кимәле һәм көрсөккә ҡаршы алымдарҙың тормошҡа ашырылыуы иҫәпкә алынды.
Сергей Новиков, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры: «Инвестиция өлкәһендә илдә әле юғары конкуренция. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың үҫеш темптары яҡшы, күрһәткестәр ыңғай. Беҙ көслө һәм ныҡ төбәк. Үҫеш темпы буйынса Волга буйы федераль округында 1-се урында, үҫеш күләме буйынса 2-се урында, Рәсәй кимәлендә 9-сы урында киләбеҙ. Әлеге осорҙо Башҡортостан ваҡыты тип һанайым. Үҫеш өсөн мөмкинлектәр бар. Уларҙы күрергә һәм ҡулланырға кәрәк».
Ултырыш барышында республикала инвестиция климатын яҡшыртыу бурысы ҡуйылды, ошоға бәйле тормошҡа уңышлы ашырылған төрлө эш алымдары, проекттар барланды. Шулай уҡ муниципаль һәм шәхси партнерлыҡты үҫтереү юлдары телгә алынды. Республика иҡтисади яҡтан алға барһын өсөн, төрлө йүнәлештә һәм формала инвестициялар йәлеп итергә, шулай уҡ эре һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтерергә кәрәк тип билдәләнде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку