Ҡариҙел районы Нәһретдин ауылында етмешләп хужалыҡ иҫәпләнә 26.01.2017

Район сигендә урынлашҡан төбәктә халыҡ элек-электән урмансылыҡ менән шөғөлләнгән. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләүсе Азат Карамов ағас  эшкәртеүгә ҡыйыу тотонған.

Ҡариҙел районының иң сигендә, урман-ялан зонаһында урынлашҡан Нәһретдин ауылында таҫмалы ике пилорама эшләй. Уның бөтмөр, эшлекле, тырыш хужаһы 1998 йылдан  был ерҙәрҙе арендаға ала. Йылдан-йыл эштәре көйләнә бара һәм ул 2002 йылдан эшҡыуар булараҡ теркәлә.
Эшҡыуар совхоздан ҡалған пилораманы тәләфләүгә юл ҡуймаған. Уға яңы һулыш биргән. Хужалыҡтың материаль-техник базаһы ла яҡшы. «Алтай-900» таҫмалы таҡта киҫеү ҡорамалы алынған.
Был таҫмалы пилорама ярҙамында 7-8 кубометр ағас ярырға була. Таҡта ярғыстың бысаҡтары үткер һәм юнысҡылары ла аҙ сыға. Пилораманы ике кеше хеҙмәтләндерә.
Гидравлик ҡоролма ярҙамында тейәүсе ҡеүәтле  Камаз машинаһы ла хеҙмәт етештереүсәнлеген өсләтә яҡшыртҡан. район хакимиәте был камазды һатып алыу өсөн эшҡыуарға  500 мең һум аҡсалата ярҙам иткән. Йәйгеһен ағас эшкәртеүҙә ун бишләп, ҡышҡыһын унлаған кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәр башлыса ир-егеттәр. Был пилорамала эшкәртелгән ағас продукцияһы тирә-яҡта ҙур ихтыяж менән ҡулланыла.
Азат Мөғәриф улы Карамов хәйриә акцияларында ла әүҙем ҡатнаша. Тыуған ауылын төҙөкләндереүгә, йөрөр юлдар торошона ҙур иғтибар бүлә. Ҡырымдың Белогорск районына 10 кубометр ылыҫлы ағас ебәрә. Урман сәнәғәтендә егелеп эшләүсенең тырышлығы хөкүмәт тарафынан да юғары баһаланған. Ауылдаштарын эшле итеүсе, тыуған ерен ҡото һәм иҡтисади  ҡеүәтен  арттырыуға тырышлыҡ һалыусы эшҡыуар киләсәктә лә яңы эш урындары булдырырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика