Ҡарауылсыларға  хеҙмәт хаҡы түләнмәй 10.10.2016

Яуаплылығы сикләнгән «Тимир+» шәхси һаҡ агентлығына эшкә урынлашыусылар ярты йылдан ашыу аҡса күргәне юҡ. Был исем аҫтында эшләүсе егермеләп кеше хатта, хеҙмәт кенәгәһен дә ҡулына ала алмай.

Улар ҡулында  ни бары ҡарауылға ингән һәм сыҡҡан ваҡыттарҙа теркәгән журнал ғына. Был кешеләр «Семья», «Экватор», икмәк комбинаттарында ҡарауылсы булып эшләй. Күбеһе ярты йылдан ашыу хеҙмәт хаҡы алмаған. Эш биреүселәр аҡсаны уларға көн һайын иртәгәгә  күсерергә вәғәҙә иткән дә бит... Бөгөн килеп, хеҙмәт кенәгәһен алып икенсе эшкә күсерергә теләүселәр  ишек алдында тапанып тороуҙан ары китә алманылар. Һаҡлыҡ агентлығының офисындағы менежер уларға был  бүлмәлә бер кем дә юҡ тип яуапланы.
Шишмә ҡасабаһынан Өфөгә йөрөп эшләүсе Рита Барсукованың да хәле шәптән түгел. Ул ике тәүлек эшләп, ике тәүлек ял иткән. Әммә хеҙмәт хаҡы алмаған. Ул бәлиғ булмаған бала үҫтерә, үҙе  ауырып китә-ҡалһа дарыулыҡ та аҡсаһы юҡ.
«Тимир+» һаҡ ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре халыҡ иң күп йөрөгән ойошмаларҙа, шул иҫәптән «Семья», «Балалар донъяһы» кеүек эре сауҙа үҙәктәрендә тәүлек буйына ҡарауылда торған. Хеҙмәткәрҙәр белдереүенсә, ойошмалар аҡсаларҙы ваҡытында күсереп барған, әммә әлегә тиклем бер кемгә лә тулыһынса иҫәп-хисап башҡарылмаған.
Бер төркөм хеҙмәткәрҙәр  эш биреүсегә ҡарата дәғүәләрен дәүләт хеҙмәт инспекцияһына ғариза аша белдергән. «Тимир+» һаҡ агентлығы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы күсермәүгә ҡарата  дәүләт хеҙмәт инспекцияһының аңлатмаһы.
Карина Полехина, дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте белгесе: «Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына «Тимир+» шәхси һаҡ  ойошмаһында эшләүсе бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙән уларҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу тураһында мөрәжәғәт килде. Уға  ҡарата  әлеге ваҡытта эш асылған. Ул ҡануниәт буйынса билдәләнгән ваҡытта ҡаралып, тейешле саралар күреләсәк. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эшкә урынлашыусы кешеләрҙе ҡулына хеҙмәт килешеүенең күсермәһен алғас ҡына эшкә тотонорға кәрәклеге хаҡында ла иҫкәртә».  
Бөгөн үҙ офистары тупһаһынан атлап инә алмаусы хеҙмәткәрҙәр эш биреүсегә ҡарата булған дәғүәләрен прокуратура органдарына еткереп, суд ярҙамында иҫбатларға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика