Ҡар иреп, һыу ташҡандан һуң донъя сүплеккә батырға тейеш түгел

Ҡар иреп, һыу ташҡандан һуң донъя сүплеккә батырға тейеш түгел 07.04.2017

Экология йылында тәбиғәттәге күренештәр ныҡлы иғтибарға алынасаҡ. Балаҡатай районында мәҫәлән, бынан ике йыл элек көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе предприятиеның асылыуы төбәк проблемаһын яйға һала. Район етәкселеге ярҙамында яңы эшҡыуарлыҡ тармағы ла булдырыла.

Көнкүреш ҡалдыҡтары Балаҡатай районы үҙәгендә урынлашҡан предприятиеға республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәктәренән килтерелә. Башлыса пластик һәм тимер һауыттар, ҡағыҙ, полиэтилендар ҡабул ителә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән Татьяна Власова күптән түгел шөғөлләнә. Район етәкселеге яғынан хуплау табып, эшен яйға һалыуға өлгәшә. Балаҡатай районында көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе был берҙән-бер предприятие һанала.
Пластик шешәләрҙе төҫөнә ҡарап айырыу ҙа төп талаптарҙың береһе. Табышлы ла. Айына ғына бында 5 тонналап көнкүреш ҡалдыҡтары эшкәртелә. Әгәр халыҡ ярҙамлашҡан осраҡта, эш ҡеүәте тағы артыр ине, ти эшҡыуар. Тик кешеләр сүп-сарҙы ҡайҙа етте шунда ташлауҙы хуп күрә. Ғөмүмән, район иҡтисадын үҫтерерҙәй эшҡыуарлыҡ менән булышыусыларға төбәктә бар шарттар тыуҙырылған. Быйыл мәҫәлән, район ҡаҙнаһынан 800 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Әлеге көндә Балаҡатайҙа 417 шәхси эшҡыуарлыҡ иҫәпләнә, тағы 11-е быйыл теркәү үткән.
Балаҡатай районы үҙәгендә тиҙҙән яңы биҫтә барлыҡҡа киләсәк. Башланғысҡа әле үк нигеҙ һалынған да инде. Урында әленән әле яңы йорттар ҡалҡа. Бөгөнгө көнгә тиклем биҫтә һыу һәм электр утына тоташтырылған.
Йәйгә газ торбалары ла һалынасаҡ. Яңы биҫтә башлыса күп балалы һәм йәш ғаиләләргә иҫәпләнгән. Ғөмүмән, Салауат, Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы райондарын үҫтереүгә йүнәлтелгән комплекслы программа йылдан-йыл үҙ һөҙөмтәһен бирә. Социаль өлкә менән бер рәттән төбәктәрҙең иҡтисади хәле яҡшыра. Уның сиктәрендә төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 3 мәктәп, 6 балалар баҡсаһы, 3 фельдшер-акушерлыҡ пункты, дауахана корпусы һәм спорт биналары төҙөлдө. Район-ара хеҙмәттәшлек тә үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку