Апрелдә картуфҡа хаҡ 23,4 процентҡа артҡан

Апрелдә картуфҡа хаҡ 23,4 процентҡа артҡан 12.05.2017

Бынан тыш, кәбеҫтә, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, помидорға, лимонға ла хаҡ күтәрелгән. Ит менән балыҡтың бер нисә төрө, эремсек, аҡ май, ҡәһүә, ҡайнатмалар ҙа  ҡиммәтләнгән. Тауыҡ итенә, һоло ярмаһына, ҡарабойҙайға, йомортҡаға, ит консерваларына хаҡ төшкән.

Алтындан эшләнгән ювелир биҙәүестәр, ҡайһы бер кейем-һалым, смартфон һәм планшеттар ҙа арзанайған. Ҡала-ара маршрут автобустарына билетҡа хаҡ 1,4 процентҡа күтәрелгән, торлаҡ ремонтлау арзанайһа, пластик тәҙрәләр ҡуйҙырыу  2,1 процентҡа ҡиммәтләнгән
Венера Ғәйнанова, Башҡортостанстат хеҙмәтенең хаҡтар һәм финанстар буйынса бүлек етәксеһе:  «Республикала апрелдә инфляция 0,4 процент тәшкил итә, Рәсәйҙә ул 0,3 процент булған. Былтыр йыл аҙағындағы һығымталарҙы алып ҡарағанда, Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында хаҡтарға индексация буйынса дүртенсе урынды биләй».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика