Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла 15.08.2014

Бөгөн Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре  Өфөнөң Октябрь районы суд приставтары менән берлектә рейд ойошторҙо. Уның һөҙөмтәһендә баш ҡала буйлап йөрөүсе  маршрурт автобустарының береһе ҡулға алынды. Уның хужаһының  дәүләткә ҙур күләмдә бурысы бар.Тиҫтәнән ашыу автобусы булған эшҡыуарҙың түләнмәгән  һалымы  700 мең һумдан ашып киткән.

Артур Арыҫланов, Өфө суд приставтарының Октябрь районы бүлегенең башҡарыусы суд приставы: «Эшҡыуарға  һалымды  үҙ ирке менән түләү өсөн биш көн бирелде. Ошо ваҡыт эсендә ул иҫәпләшмәһә,  бурысты  автомобиль менән ҡапларға тура киләсәк».
Транспорт һалымын түләмәүселәр  байтаҡ. Йыш ҡына ул  суд приставтары ярҙамында хәл ителә.  2013 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты  5 ноябргә тиклем дауам итә. Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығы  тимер аты булған һәр кемде милке өсөн ваҡытында  иҫәпләшергә саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика