Һалымды барыһы ла түләргә тейеш, сөнки бюджеттың тулылығына социаль объекттар төҙөлөшө, түләүҙәрҙең ваҡытында бирелеүе кеүек гарантиялар бәйләнгән

Һалымды барыһы ла түләргә тейеш, сөнки бюджеттың тулылығына социаль объекттар төҙөлөшө, түләүҙәрҙең  ваҡытында бирелеүе кеүек гарантиялар бәйләнгән 28.05.2015

Был турала  бөгөн Республика Башлығы килем буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында белдерҙе. Бюджет -  граждандарҙың уртаҡ байлығы,  тине Рөстәм Хәмитов. Әле  килем күрһәткестәре бигүк яҡшы түгел, 1 апрелгә   федераль бюджет системаһына   Башҡортостан буйынса дөйөм бурыс  15 миллиард һумға тиерлек барып баҫҡан.

Уның яртыһы Республиканың консолидацияланған  ҡаҙнаһына тура килә. Шулай уҡ урындағы бюджетҡа ла  бурыс күләме арта, йыл башынан был һан 22 процентҡа тиерлек үҫкән. Килемгә  һәм ойошмаларҙың мөлкәтенә һалым буйынса бурыстар ҙа 1 ярым тапҡырға күтәрелгән. 25 ҡеүәтле предприятие буйынса ғына ярты миллард тирәһе.   Шулай уҡ   юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф  түләмәүселәр ҙә ишәйә.  Рөстәм Хәмитов   проблеманың сәбәптәрен асыҡларға һәм  һалым органдарына, суд приставтарына эште йәнләндерергә ҡушты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку