Һалымдарыңды түлә лә тыныс йоҡла

Һалымдарыңды түлә лә тыныс йоҡла 17.12.2014

Етмәһә, хәҙер был бурысты уңайлы шарттарҙа башҡарып буласаҡ. Федераль һалым инспекцияһының Башҡортостандағы бүлектәре яңырыу осоро кисерә. Төҙөкләндереүҙән һуң бында электрон сират, он-лайн мәғлүмәт базаһы, көтөү зонаһы, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары асыласаҡ. Әлегә эштәр тамамланыу алдында .

Һалым инспекцияһының Өфөләге 39-сы бүлексәһендә ғәҙәттәгесә кеше күп. Берәүҙәре декларация тапшыра, икенселәре документ юллай, кемдәрҙер һалым түләй. Ниндәй генә йомош булмаһын, белгестәр һәр кемде оҙаҡҡа һуҙмай ҡабул итеп, ярҙам күрһәтә. Инспекция эшендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе мөрәжәғәт итеүселәр юғары баһалай.
Рөстәм Сыңғыҙов, шәхси эшҡыуар: «Кисә генә ойошмамдың юридик документацияһына үҙгәрештәр индерҙем, ә бөгөн бөтә ҡағыҙҙар әҙер. Элек бөтә операцияларҙы атҡарыу күп ваҡыт талап итә ине.  Был яҡтан, әлбиттә, тик ыңғай үҙгәрештәр».
Әлегә был һалым инспекцияһының яңы форматта эшләүсе берҙән-бер бүлексәһе. Яҡын арала исемлеккә тағы ла 4 инспекция өҫтәләсәк. Уларҙың 3-һө баш ҡалала урынлашһа, тағы береһе Нефтекама ҡалаһында. Һалым инспекцияһы етәкселеге ҡабул иткән концепцияға ярашлы, бөтә бүлектәр ҙә бер стилдә яңыртыласаҡ. Биналарҙа төп иғтибар хеҙмәтләндереү уңайлығына бүленә.  
Яңыртылған бүлексәләр 22 декабрҙә асыла. Ошо көндән алып,  һалым инспекцияһындағы сираттар тураһында бөтөнләйгә оноторға була, ти ведомство етәкселеге.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку