Һалым түләмәүселәргә ҡаршы көрәш 12.05.2016

Рәсәйҙә шәхси эшҡыуарҙар өсөн страховка  түләүҙәре артҡандан һуң, күптәрҙең  елкәһенә бындай сығымдар күтәрә алмаҫлыҡ йөк булып ятты. Һөҙөмтәлә, уларға эштәрен ябыуҙан башҡа сара ҡалманы. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн эшҡыуарлыҡ менән документтарһыҙ шөғөлләнеүселәр ҙә етәрлек. Йәшерен эшмәкәрлек алып барыусыларҙы асыҡлау маҡсатында республикуала һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан даими рейдар ойошторола.  

Кәштә артында тороусыларҙың документтарын тикшерер алдынан, иң тәүҙә бер нисә урындан тауар һатып алына. Бындай контроль  сара һуңынан йүнселдәрҙең законһыҙ эшмәкәрлек алып барыуын иҫбатлау өсөн кәрәк. Бер нисә минуттан әлеге һатыусылар янына һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре килә. Әммә йәшерен сауҙа итеүселәр шунда уҡ ҡасыу яғын ҡарай йәки алдашырға маташа.  
Баш ҡаланың Октябрь районы һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был юлы Сипайлово биҫтәһендәге Гагарин баҙарын тикшерҙе.  Бөгөн районда ете меңдән ашыу шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Уларҙың бер өлөшө тап ошо баҙарҙа сауҙа итә. Йүнселдәрҙең күбеһе төрлө инстанцияларға булған барлыҡ бурыстарын да ваҡытында ҡайтарып бара. Әммә улар араһында законһыҙ эшмәкәрлек алып барыусылар ҙа юҡ түгел.  
Уның ҡарауы, бындай законһыҙ эшмәкәрлек алып барыусыларҙан тәү сиратта намыҫлы эшҡыуарҙар зыян күрә. Был айырыуса йәйге миҙгелдә асыҡ сағыла. Әйтәйек, баҙар тирәһе әлеге ваҡытта йәшелсә, емеш-еләк һатыусылар менән тулған. Әммә уларҙың документтары тәртиптә булыуы икеле.
Һуңғы  ай ярым эсендә Октябрь районында 15 кешенең законһыҙ эшмәкәрлек алып барыуы асыҡланған. Суд ҡарары буйынса уларҙың һәр береһенә 2 мең һумға тиклем административ штраф һалынған. Әммә был ғына сумма уларҙы ҡурҡытмай, ти һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре. Шуға ла  бындай алыпһатарҙарҙың  көндән-көн күбәйеүе күҙәтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика