Һалым инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, дәүләт йылына ғына өс миллиард һумға тиклем аҡса юғалта

Һалым инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, дәүләт йылына ғына өс миллиард һумға тиклем аҡса юғалта 07.07.2014

Кеше ташырға рөхсәте булмаған яуапһыҙ водителдәр арҡаһында килемдең дүрттән бер өлөшө улар кеҫәһенә күсә. Һөҙөмтәлә муниципалитеттарға йүнәлтелә торған матди ярҙам рөхсәтһеҙ эшләүселәр кеҫәһен ҡалынайта. Был турала бөгөн Хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса координациялау кәңәшмәһе ултырышында һүҙ барҙы.

Унда пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышта төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов, был тармаҡ эшмәкәрлеген тәртипкә килтереү мотлаҡ, тип билдәләне. Кешеләрҙең сәғәттәр буйына туҡталыштарҙа тороуы, водительдәрҙең юлдарҙа уҙыш ойоштороуы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүе борсоуға һала. Күптән түгел Арханел районы трассаһында 7 кешенең ғүмерен алып киткән авария ла законһыҙ эшләүсе такси хеҙмәте касафаты. Баш ҡалала ғына 33 даими маршруттың ҡала хакимиәте рөхсәте юҡ. Етмәһә, кистәрен улар юл хаҡын икеләтә күтәрә. Шул уҡ ваҡытта рәсми маршруттар кисен һирәгәйә. Муниципаль власть был тәртипһеҙлеккә сик ҡуйырға тейеш, тиелде ултырышта. Халыҡҡа сифатлы, ә иң мөһиме хәүефһеҙ транспорт хеҙмәте тәҡдим итеү, автомобилдәрҙең техник торошон тикшереүҙе ҡаты күҙәтеүгә алыу зарур. Һәр маршруттың закон нигеҙендә эш итеүе, руль артында сәләмәт водитель ултырыуы мөһим.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку