Һалым буйынса бурыстарҙы сауҙа үҙәгендә лә белергә була

Һалым буйынса бурыстарҙы сауҙа үҙәгендә лә белергә була 16.12.2017

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы Яңы йыл алдынан ғәҙәти булмаған акция ойоштора.

Акция сиктәрендә баш ҡаланың ҙур сауҙа үҙәктәрендә  күсмә офистар эшләй. Мобиль үҙәктәрҙә  һалым инспекторҙары милек һалымы буйынса бурыс хаҡында мәғлүмәт бирә, граждандарҙың шунда уҡ шәхси онлайн кабинет асып теркәлеү мөмкинлеге лә бар. Күсмә офистар әле Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Сибай ҡалаларында асылған. Баш ҡалала  барлығы ете ҡабул итеү урыны ойошторолған. Һалым буйынса мәғлүмәтте 17, 22  һәм 23 декабрҙә алырға мөмкин. Эш графигы сауҙа үҙәге асылғандан ябылғанға тиклем. Һалым инспекторҙары әйтеүенсә, акцияны ойоштроу бурыстарҙы кәметеү ниәтендә ойошторола. Йыл аҙағына  милек буйынса 3 миллиард 700 миллион һумдан ашыу бурыс иҫәпләнә. Уның бер өлшө алдағы йылдарҙан уҡ күсеп килә. Уларға тиҙҙән иҫкәрмә ҡағыҙҙарын таратыла башлай. Ә бына мобиль офисҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләктәр көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку