Алтын капитал урынына суд юлы 07.06.2017

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы «Алтын капитал» тигән яңғырауыҡлы исем аҫтында финанс пирамидаһы ҡороусыларҙан зыян күреүселәрҙең  исемлеген туплай. Башҡортостандан мутлашыусылар тоҙағына яҡынса 300 кеше эләккән, юғалтыуҙар күләме 62 миллион һумдан ашыу. Алданыусылар араһында күберәк хаҡлы ялдағылар.  

Йомшаҡ түшәп ҡатыға ултыртҡандарын Ирина Бикмырҙина һуңлап ҡына аңлай. Ҡупшы һөйләп бүләк итеп бирелгән  мамыҡ юрған  89 мең һумға төшкәндән һуң. Ханым "Алтын капитал"дың юғары проценттарына ҡыҙығып 100 мең һум аҡсаһын алып барып һалған була.
Әммә буштан килгән аҡсаға оҙаҡ ҡыуанырға тура килмәй,  финанс ойошма төрлө сәбәптәр табып төп сумманы  ҡайтарыу ваҡытын һуҙа башлай. Ошо уҡ тоҙаҡҡа Рима Десяткина ла эләгә, ул мутлашыусылар ҡулына 200 мең һум тоттора.
Мутлашыусыларҙан зыян күреүселәр әйтеүенсә, офиста ил Президентының портреты эленеп тороуы, компанияны дәүләт тарафынан страховкаланған тип әйтеүҙәре ышаныс тыуҙыра.  Улар хаталанғандарын аңлағанда Октябрь проспектындағы  62-се һанлы йортта урынлашҡан финанс компанияһынан елдәр иҫкән була.
«Алтын капитал» кәбән араһына төшкән энә һымаҡ ҡапыл ғына юҡ була. Элек офис урынлашҡан бинала хәҙер аҙыҡ-түлек магазины эшләй. Эргә-тирәләге сауҙа үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре ҡасандыр бында «Алтын капитал» эшләүе хаҡында хәтергә лә төшөрә алманы.
«Алтын капитал»дың филиалдары бөтә республика буйынса эшләй,  зыян күреүселәр айырыуса Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама, Салауат ҡалаларында күп. Әле мутлашыусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса республикала «Алтын капитал»дың эшмәкәрлегенән 300-ҙән ашыу кеше зыян күргән, улар юғалтҡан аҡса күләме 62 миллион һум тирәһе. Әле тикшереү, исемлекте тулыландырыу эше дауам итә».
Әммә юристар фекеренсә, мутлашыу осрағын иҫбатлау бик ҡатмарлы булыуы ихтимал. Сөнки «Алтын капитал» ширҡәт булараҡ теркәлгән, йәғни  һәр кеше һалған аҡсаһы өсөн шәхсән яуаплылыҡ тота.
Руслан Петров: «Аҡсаны ҡайтарыуҙың ике юлы бар, тәүгеһе аҡса һалған барлыҡ кешеләр йыйылып,  ширҡәттең яңы етәкселеген һайларға, документтарҙы тәртипкә килтерергә  тейеш. Был бик ҡатмарлы буласаҡ. Икенсеһе, ысул еңелерәк, ширҡәт ағзалары «Алтын капитал»ды банкрот тип иғлан итә  һәм  проблемалар менән шөғөлләнеү өсөн арбитраж идарасы тәғәйенләй ала. Шул уҡ ваҡыта эште осона сығарыу өсөн өҫтәмә сығым һәм ваҡыт талап ителеүен дә күҙ уңында тоторға кәрәк».
Финанс пирамидаһы өс йыл тирәһе эшләгән, рәсми булмаған сығанаҡтарҙан  күренеүенсә, мутлашыусылар ҡапҡанына эләгеүселәр тағы күберәк. Кешеләр юғары проценттар  һәм  еңел генә аҡса эшләү  өсөн  ғүмер буйы йыйған килемен дә алып барып торорға әҙер. Әммә бушлай сыр тоҙаҡта ғына була.  Ялтыр-йолтор бүләктәр ҙә кешенең аңын томаларға тейеш түгел, юғиһә, аҡсанан иҫтәлеккә магнит ҡына тороп ҡалыуы бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика