Аллы-гөллө сәскәләр артынан Голландияға түгел, Шаранға!

Аллы-гөллө сәскәләр артынан Голландияға түгел, Шаранға! 25.05.2017

Ерекле ауылында Хәсәновтар ғаиләһе өс йыл дауамында сәскә үҫтереү менән шөғөлләнә.  Эшҡыуарҙарҙың теплицаһында ун биш меңдән ашыу үҫенте иҫәпләнә.

Тәүлек әйләнәһенә утын яғып йылытмаһаң, сәскәләр һулыясаҡ. Һауа торошо тотороҡһоҙ, ә теплицала бер төрлө температураны һаҡларға кәрәк. Төндәр буйы йоҡламай  бала тәрбиәләгән кеүек ҡараһаң ғына,  үҫентеләр сәскә ата. Һыуҙы ла йылытып һибәләр. Өс йыл дауамында Хәсәновтар  иртә яҙҙан йәй баштарына тиклем  ваҡытын сәскә  үҫтереүгә бағышлай. Ғәҙәттә икәүләп кенә эшләйҙәр, ваҡыты менән ярҙамсылар  саҡыралар.
Туймазыла  ун дүрт йыл дауамында  ҡыяр, помидор үҫтергәндән һуң, ғаилә Ерекле ауылына ҡайтып йылытма яһай. Бына өс йыл инде йүнселдәр сәскә үҫтерә, яратып башҡарғас, килеме лә бар, ҡулланыусылар ҙа  йылдан-йыл арта. Петуния һәм башҡа төр үҫентеләрҙе  мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм ойошмалар күмәртәләп һатып ала. Заказдар Шарандан ғына түгел,   Баҡалы, Бәләбәй, Туймазы райондарынан килә.  
Йүнен тапһаң, сүп-сарҙы ла аҡсаға әйләндерергә була, ти, Валерий Соколов. Төбәктә ул  көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу менән шөғөлләнә. Айына ике-өс тапҡыр картон һәм пластик шешәләр йыйыуҙы ойоштора.  
Валерий Соколов, шәхси эшҡыуар: «Айына 3-4 тонна тапшырабыҙ. Киләсәктә пластик шешәләрҙе йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйырға иҫәп бар».
Шаран районында һуңғы йылдарҙа  эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны артыуы күҙәтелә, йүнселдәр күберәк сауҙа өлкәһен һайлай.  
Рәнис Хәбибуллин, Шаран районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны 400-ҙән ашыу. Улар 2 меңдән ашыу кешегә эш урындары булдырған. Былтыр эшҡыуарлыҡ өлкәһендә  690 миллиондан ашыу аҡса әйләнешкә ингән».
Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа кемдер оҙон аҡса артынан Себергә, йәки башҡа ҡалаларға сығып киткәндә  үҙ юлын, эшен яйға һалып унан килем алыусылар тыуған ерендә кәрәкле булып , уны данлап йәшәй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку