Ҡала үҙәгендә матур биналар эсендә һеҙгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кредит алышырға вәғәҙә итәләр...

Ҡала үҙәгендә матур биналар эсендә һеҙгә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кредит алышырға вәғәҙә итәләр... 21.05.2015

Тик был ойошмаға  кредит алып бирергә булышлыҡ итһен өсөн тейешле сумманы ғына түләйһең. Халыҡҡа улар үҙ хеҙмәттәренең ышаныслы булыуын 100 процент тип дәлилләй. Ә ысынбарлыҡта ҡара исемлектә торған кредит алырға теләүселәр тағы ла алдана.

Ленин урамының 70-cе йортонда урынлашҡан был йорттоң дүртенсе ҡатында ҡара исемлектә торған кешеләргә, хатта, төрмәлә ултырып сығыусыларға ла  кредит алыуҙа булышлыҡ итәргә вәғәҙә бирәләр. Кредит алыу өсөн күп кенә аҡсалар сарыф иткән Анатолий Андриевский улар күрһәткән хеҙмәттәр өсөн аҡсаһын кире ҡайтарыуын талап итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Альтернатива» компанияһы фирмаһында көн аралаш ғауға. Был фирма кредит алыу өсөн бизнес хеҙмәттәр тәҡдим итә. Офиста эшләүсе был ҡыҙ кредит тарихы боҙолғандарға ярҙам вәғәҙә иткән. Кредит алыр өсөн, аралашсы фирмаларға аҡса ташыусылар  артҡандан-арта бара. Улар үҙ теләге менән хоҡуҡты урап, тиҙ генә кредит юлларға ынтыла. Баҫҡыста Лилиә Мөсабированы осратабыҙ. Ул да мутлашыусылар тоҙағына эләккән.
Лилиә Мөсабирова, зыян күреүсе: «Мин квитанция буйынса 5 мең түләнем. Аҡсаларымды ҡайтарырға теләйем. Миңә банктар кредит бирмәне, ә был ойошма 100 процент гарантия биргәйне. Улар хаҡында гәзиттән уҡып белдем».
Бындай йылғыр эшҡыуарҙарҙы юристар һоро брокерҙар тип атай. Хеҙмәттәр күһәтеүсе килешеүҙәр менән танышып сыҡҡан Валерий Шәрипов хатта, үкенес менән йылмайҙы. Мутлыҡҡа барыусылар ҙа, уларҙың ярҙамы менән ялған документ туплаусылар  үҙҙәре лә хоҡуҡ боҙа.
Валерий Шәрипов, юрист: «Үҙенең клиентына кредит алыу өсөн докуенттарға өҫтәп 2 НДФЛ белешмәһен әҙерләп биреүсенең эшмәкәрлеге ҡанунға тап килмәй, ул күрәләтә кешене енәйәткә этәрә».
Тормошҡа ашмаҫтай вәғәҙәләр биреүселәр ярҙамға мохтаж кешенең йомшаҡлығынан файҙаланып ҡалырға  тырыша. Улар тоҙағына тиҙ ышаныусан халыҡ эләгә. «Енәйәт кодексы»ның мутлашыу  хаҡындағы 159-cы статьяһына өҫтәмәләр индерелеп торһа ла,  халыҡтан аҡса һурыуҙа яңынан-яңы ысулдар уйлап табыла.  Ябай кеше бәләгә тарымаһын  өсөн хоҡуҡ белгестәре  аңлатыу эштәре лә  алып бара. Әммә  халыҡ  бер үк тырмаға баҫа.  
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку