Адреслы ярҙам

Адреслы ярҙам 28.07.2014

Социаль килешеү - аҙ тәьмин ителгән ғаиләгә башланғыс капиталды алып, матди хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Адреслы социаль ярҙамды шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр алырға хоҡуҡлы. Ошо көндәрҙә  Нефтекама ҡалаһында республика буйынса беренсе социаль килешеү төҙөлгән.  

Гөлнара Оскарова элек ашнаҡсы булып эшләгән, ләкин был һөнәрҙе үҙһенмәгән. Адреслы социаль ярҙам тураһында ишеткәс, эш асырға була. Хәҙер ханым яратҡан шөғөлө менән табыш ала. Гөлнара Оскарова: «Мин маникюр һәм тырнаҡ үҫтереү курстарын тамамланым. Был шөғөл хәҙерге заманда киң таралған. Матурлыҡ салоны асырға берәй урынды ҡуртымға алырға уйлағайным. Ҡала хакимиәте сайтына ингәс, социаль килешеү тураһында иғлан күреп ҡалдым». Адреслы социаль ярҙамға күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе граждандар йә иһә тәрбиәгә бала алыусы мөмкинлеге сикләнгән ата-әсәләр дәғүә итә. Социаль килешеү уларға үҙ эшен асып, матди хәлдәрен яҡшыртырға ярҙам итә. Флорида Имаева, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Нефтекама филиалы етәксеһе: «Социаль килешеү шәхси эшҡыуарлыҡ һәм өҫтәмә хужалыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе граждандар өсөн. Шәхси эшҡыуарлыҡҡа 100 меңгә тиклем, ә өҫтәмә хужалыҡҡа 50 меңгә тиклем аҡса бүленә». Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре Гөлнара Оскароваға бизнес план төҙөргә ярҙам иткән. Ҡатын бер нисә офис бинаһы ла тапҡан. Хәҙер ни бары урын һайлап эшен башлап ебәрергә генә ҡалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку