«Аҡ яғалылар» ваҡыты үтте

«Аҡ яғалылар» ваҡыты үтте 28.10.2015

Илгә эшсе көстәр, инженерҙар, уйлап табыусылар талап ителә. Был турала Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова 4-се төбәк-ара кадрҙар  форумында белдерҙе.  Йыйында хәҙерге шарттарҙа кешелек капиталына идара итеү һәм уның һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Белгестәр әйтеүенсә, илдең тышҡы сәйәси хәле ҡатмарлашыуы, энергия ресурстарына  хаҡтар төшөүе илдә кешелек потенциалын да ҡайтанан ҡарауҙы талап итә. Хеҙмәт көсө башҡа йүнәлештә эшләргә тейеш. Быға тиклем дәүләт хеҙмәте, иҡтисад  һәм нефть, газ етештереү өлкәһендә  эшләү абруйлы тип һаналһа, киләсәктә етештереү тармағына белгестәр әҙерләү шарт.
Любовь Ельцова, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары: «Хәҙер техник һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биреләсәк. Мәғриф һәм фән министрлығында урта һөнәри белем биреү системаһы нигеҙендә юғары әҙерлекле белгестәр уҡытыу буйынса проект ҡарала. Унда хәҙерге иҡтисади шарттарҙа үтә лә кәрәкле кадрҙар тәрбиәләнәсәк. Яҡынса исемлек тә билдәләнгән. Унда 50 һөнәр билдәләнгән. Был проект бер ерҙә генә булмаясаҡ. Ул тормошҡа ашырыла башлаһа теләгән һәр төбәк уға ҡушыла ала».
Форумға республиканың төрлө предприятие вәкилдәре, хеҙмәткәрҙәр менән эшләү белгестәре йыйылды. Улар ике көн дауамында заман талаптарына ярашлы коллектив  туплау, һөнәри уҡытыу һәм  кадрҙар менән эш итеү серҙәренә төшөнәсәк. Йыйында ҡатнашыусыларға Мәскәү белгестәренең лекциялары , бизнес тренингтар тәҡдим ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку