Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ауыҙлыҡлана

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ауыҙлыҡлана 01.10.2015

Бөгөн Башҡортостостан Хөкүмәтендә үткән штаб ултырышында ауыл хужалығы тауарҙарына, сеймалға хаҡтарҙы көйләү мәсьәләһе ҡаралды.

Проблеманың көн ҡаҙағына сығарылыуы осраҡлы түгел.  Башҡортостан шәкәр сөгөлдөрөн күпләп үҫтереүгә ҡарамаҫтан, төбәктә татлы тамырға хаҡтың  ныҡ күтәрелеүе күҙәтелә. Шулай уҡ   кәбеҫтә, кишер, тары ярмаһы менән һыйыр итенә лә хаҡтар артҡандан-арта. Мәсьәләне көйләү маҡсатында киләсәктә республикала ике база асыу күҙаллана. Был  сауҙа рәттәрендә үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсәләрҙең артыуына  килтерер тип көтөлә. Һөт ризыҡтары менән ҡош итенә килгәндә,  республика үҙен был аҙыҡ-түлек төрҙәре менән тулыһынса тәьмин итә ала тип әйтергә мөмкин.  Әммә шул уҡ ваҡытта һөт ризыҡтары ситтән дә күпләп  индерелә.  Ултырышта аҙыҡ-түлектең хаҡы ғына түгел, сифаты хаҡында ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән,  етештерелгән продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү өсөн төрлө үҫемлек майҙары, бигерәк тә пальма майы ҡушыусылар бар. Шуға күрә сауҙа кәштәләренә сығарылған продукцияның  составын тикшереүҙе лә етди күҙәтеүгә алырға ҡушылды.  Штаб ултырышында  шәхси хужалыҡтарға һәм  ауыл хужалығы продукцияһын  етештереү менән шөғөлләнгән  эшҡыуарҙарға  ярҙам итеү мөмкинлектәре  барланды.  Мәҫәлән, капиталь сығымдарға  дәүләт ярҙамын 25 процентҡа арттырыу ҡаралған.
Илдар  Тимерғәлин, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары:
«Рәсәйҙә ҡайһы бер капиталь төҙөлөш объекттарына киткән сығымдарҙы компенсациялау тураһында программа ҡабул ителде. Был исемлеккә малсылыҡ комплекстары,  йәшелсә һаҡлау базалары инә. Икенсеһе тап беҙҙең республикаға ҡағыла ла инде. Уны ғәмәлгә ашырыу буйынса әҙерлек бара, ике проект әҙер. Йәшелсә һаҡлау базаларын төҙөһәк  хужалыҡтарҙан ғына түгел, халыҡтан да йәшелсә йыйырға һәм йыл әйләнәһенә һатыуға сығарырға мөмкин буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика