Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы кеҫәгә һуғамы?

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы кеҫәгә һуғамы? 14.03.2015

Волга буйы федераль округында республика сауҙа нөктәләрендә һатылған туңдырылған балыҡ иң ҡиммәте һанала. Күҙәтеүҙәр буйынса йыл башынан алып һөт һәм һөт ризыҡтарына, йәшелсә, емеш-еләккә лә хаҡтар һиҙелерлек күтәрелгән. Был күренеште бер ни тиклем тотҡарлап буламы? Аҙыҡ-түлек баҙарында хаҡтар нигеҙле ҡуйыламы?  Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе  федераль хеҙмәт идаралыҡтары, сауҙа нөктәләре вәкилдәрен түңәрәк өҫтәлгә йыйҙы.

Виноградты алырмын тимә, йыл башынан алып ул яҡынса илле процентҡа ҡиммәтләнгән. Емеш-еләккә хаҡтарҙың күтәрелеүе башлыса уларҙың сит илдән килтерелеүенә, миҙгелдәр алмашыныуына бәйле булһа, йәшелсәгә хаҡтарҙың ныҡлы тешләшеүе бер аҙ аптыратҡайны. Шулай ҙа мартта помидор, ҡыяр бер аҙ арзанайҙы, уларға хаҡ биш-алты һумға төштө.  Ә бит халыҡ емеш-еләк, йәшелсә менән генә туҡланмай, сауҙа нөктәләрендә ҡуйылған хаҡтар менән күптәр риза түгел.
Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күҙәтеүсе махсус комиссия булдырылған. Хоҡуҡ боҙоусы сауҙа селтәрҙәре хаҡында мәғлүмәт тикшереү органдарына ебәрелә. Йыл башынан алып ҡына  прокуратура һатыусыларға ҡарата 85 административ эш ҡуҙғатҡан, төп сәбәптәрҙең береһе әлеге лә баяғы хаҡтарға ҡайтып ҡала. «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Халыҡ контроле» проекты ағзалары ойошторған түңәрәк өҫтәлдә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт вәкилдәре лә  хоҡуҡ боҙоусылар менән етди көрәш алып барыуын белдерҙе. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, республикала картуфтың егерме процентын ғына урындағы етештереүселәр һатыуға сығара, ҡалғаны күрше төбәктәрҙән, сит илдән килтерелә. Сауҙалағы һуған, кәбеҫтә лә - импорт тауарҙары икән.
Рөстәм Камалетдинов, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау дәүләт комитеты рәйесе: «Сауҙа селтәрҙәрендә республика продукцияһы күләмен арттырыр өсөн иң мөһиме етештереү сәнәғәтен үҫтерергә кәрәк. Ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеү, һаҡлау талап ителә. Был инфраструктура тейешле кимәлгә еткәнсе, барыһы ла тик һүҙҙә генә ҡаласаҡ».
Ошо көндәрҙә Башҡортостан сауҙа селтәрҙәрендә социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә минималь хаҡтар ҡуйыласаҡ, исемлектә башлыса ауыл хужалығы тауарҙары булыр тип көтөлә. Шулай уҡ республикала хаҡтарға мониторинг дауам итәсәк. Был өлкәлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы эште йәнләндерергә ниәтләй.
Илдәге иҡтисади көрсөк етештереүселәрҙең, һатыусыларҙың ҡомһоҙлоғон арттырмаҫмы?! Һауанан алып ҡуйылған хаҡтар өсөн  административ яуаплылыҡ ҡаралған. Тик уның күләме күптәргә һабаҡ түгел, шикелле. Аҙыҡ-түлеккә ихтыяж бар, тимәк, кеҫә ҡалынайтырға теләк тә  яҡын арала ғына кәмемәйәсәк.  
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку