Аҡса ла юҡ, иҙән япмалары ла

Аҡса ла юҡ, иҙән япмалары ла 04.12.2017

Бөгөн Өфөнөң Совет районы судында Алексей Дүләсовҡа ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше буйынса икенсе ултырыш үтте. Төҙөлөш материалдары менән сауҙа итеүсе ир өс тиҫтәләп кешене алдауҙа ғәйепләнә. Йыл ярым самаһы элек иҫәпләшеүҙәренә ҡарамаҫтан, зыян күреүселәр һаман да вәғәҙә ителгән ламинаттарҙы ҡулдарына алмаған. Өҫтәүенә, еңел табыш артынан ҡыуыусы үҙ клиенттары менән күрешеүҙән дә ҡаса башлаған. Бөгөн халыҡ  дәғүәләрен судта  белдерҙе.

Алексей Дүләсов бер ҙә генә беҙҙең хәбәрсенең һорауҙарына яуап бирергә ашыҡмай. Кәкре ҡайынға терәткән клиентарынан да ул һәр ваҡыт ҡасыу яғын ҡарай. Шуға ла мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе суд ултырышына тиклем зыян күреүселәрҙән ситтәрәк тороуҙы  хуп күрҙе. Нисек кенә алыҫтараҡ булырға тырышһа ла уларҙың юлы барыбер суд үтәсәк бүлмә алдында киҫеште.  
Әлегә 27 кеше зыян күреүсе тип танылған. Уларҙың барыһы ла былтыр шәхси эшҡыуарҙан ламинат һатып алыу өсөн аҡса түләгән булған. Сит илдә етештерелгән иҙән япмаһы өсөн 360 мең, хатта бер миллион ярым һумдан ашыу аҡсаһын сығарып һалыусылар ҙа табылған. Әммә вәғәҙә ителгән материалдар бер айҙан да, йыл ярымдан һуң да килмәгән. Булған ышанысын юғалтҡан алданыусыларға полицияға ғариза яҙыуҙан башҡа сара ҡалмаған. Зыян күреүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып мутлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.  
Зыян күреүселәрҙең күп булыуын суд залының барыһын да һыйҙыра алмауынана ҡарап та аңларға мөмкин. Төштән һуң башланған ултырыш ҡараңғы төшкәнсе дауам итте. Кемдеңдер балаһы был ваҡытта түҙмәй коридорҙа йоҡлап алырға ла өлгөрҙө. Әлегә судья тарафынан бер ниндәй ҙә ҡарар сығарылманы. Киләһе ултырыш 6 декабргә тәғәйенләнде.  
Суд ултырышы ябыҡ ишектәр артында  үтте. Сөнки мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе уңайһыҙланыпмы, әллә  выждан ғазабын кисерепме камераға төшөүҙән баш тартты. Әлбиттә, был уның конституцион хоҡуғы, әммә ҡырын эштәр өсөн барыбер яуап бирергә тура киләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку