Аҡса - иҫәпте, аҡыл үлсәүҙе ярата

Аҡса - иҫәпте, аҡыл үлсәүҙе ярата 29.10.2014

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында Рәсәй төбәктәре вәкилдәре ҡатнашлығында иҫәп палатаһы Советы комиссияһының беренсе семинар-кәңәшмәһе үтте.

Мәғлүмәт-аналитика комиссияһы быйыл мартта Мәскәүҙә Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы рәйесе Татьяна Голикова етәкселегендә үткән кәңәшмәһендә булдырыла. Бөгөнгө сара ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһауы менән әһәмиәтле булды. Ултырышта дәүләт аҡсаларын контролдә тотоу, контроль-иҫәп палатаһының хоҡуҡ һаҡлау органдары,  йәмәғәт ойошмалары менән берлектәге эшмәкәрлеге, палата хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килгән белгестәр үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты. Учреждениеларҙа күҙәтелгән проблемаларҙы хәл итеү,  дөрөҫ баһалау кеүек тәҡдимдәр яңғыраны. Кәңәшмәлә Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы вәкилдәре, республикала булдырылған институт һәм уның филиалдары дәүләт аҡсаларын дөрөҫ файҙаланыуға бер этәргес булып тороуы билдәләнде. Улар иҫәп-хисап ойошмаларын тикшереү, етешһеҙлектәрҙе асыҡлау менән генә шөғөлләнмәй. Иң мөһиме, уларҙы иҫкәртеү, йыш ҡабатланғандарын булдырмауға өлөш индерә, тине Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы етәксеһе.
Салауат Харасов, Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы етәксеһе: «Республикала булдырылған совет әүҙем эш алып бара. Беҙҙең эшмәкәрлек муниципаль иҫәп-палаталарға тулыһынса асыҡ. Контроль-иҫәп палатаһында уҙғарылған һәр коллегия ултырышына муниципаль мәғариф иҫәп-палатаһы рәйестәре махсус саҡырыла. Улар менән берлектә килеп тыуған мәсьәләләр, һорауҙар ҡарала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку