Аҡса ер өҫтөндә йәйелеп ята 28.07.2015

Һәр аҙна Мәсетле районы үҙәгендә йүнселдәр ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһенә  йыйыла. Бында күбеһенсә баҡсала үҫтерелгән йәшелсәләр - ҡыяр, кишер, картуф һатыла.

Әле еләк-емештең дә бешкән осоро, тимәк, килемде ҡулдан ысҡындырырға ярамай.  Бигерәк тә быйыл ҡурай еләге, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат уңған.  Хаҡтар бер аҙ тешләшһә лә, ихтыяж ҙур. Тәмлекәстәрҙә витаминдар күп, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләргә мөмкин. Әйтәйек, Ғәлиуллиндар ғаиләһе сейәнең 5 литрлыҡ биҙрәһен 500 һумға тәҡдим итә. Йәрминкәгә улар 35 мең һумлыҡ тауар килтергән. Ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләрендә Мәсетле халҡы әүҙем ҡатнаша. Район үҙәгендә һәр кемдең үҙенең  даими һатып алыусыһы бар. Әйтәйек, был юлы ит ризыҡтары үтемле ине. Һыйыр һәм сусҡа итенең килограмы 240-350 һумға һатылды. Һөт продукцияһына ла ихтыяж ҙур. Эҫе көндәрҙә май айырыуса күп килтерелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика