Аҡсаңды һаҡлыҡ кассаһына туплап фатир һатып алыу мөмкинлеге

Аҡсаңды һаҡлыҡ кассаһына туплап фатир һатып алыу мөмкинлеге 16.11.2017

Буласаҡ торлаҡ өсөн махсус асылған һаҡлыҡ иҫәптәре ипотека кредиттарының бер өлөшө. Был система Рәсәйҙә Краснодар өлкәһендә һәм Башҡортостанда уңышлы эшләй.

Торлаҡ һатып алыу өсөн йыйылған аҡсаларҙың эшләү принципы бик ябай:  улар прораммала ҡатнашыусыларға бәрәкәт һәм шатлыҡ килтерә.Өфөлә йәшәүсе Наталья менән Ленар Ғабдуллиндар был мөмкинлектән файҙаланған. Бәхетле пар тиҙҙән  бөтә уңайлыҡтары булған ике бүлмәле фатирға күсә. Ғаилә ағзаларынан өс кеше өс йыл дауамында банкта асылған махсус иҫәпкә ай һайын тейешле күләмдә аҡса күсереп барған. Ә дәүләт был иғәнәләрҙең һәр береһенә  ай һайын,10 % бюджет премияһын күсереп торған. Тейешле сумма йыйылғандан һуң, программала ҡатнашыусылар льготалы ставка менән ипотеканы рәсмиләштергән.
Наталья Ғабдуллина, программала ҡатнашыусы: «Беҙҙең дүрт кешенән торған ғаилә өсөн бындай прорамма бик уңайлы. Ипотекаға алған торлаҡ хаҡы ла баҙар хаҡтарынан күпкә осһоҙ. Ғаиләнән өс кеше банктағы махсус иҫәпкә  аҡса йыйыуҙа  ҡатнашҡан прорамма тейешле сумманы туплауҙан тыш, ай һайын бюджет премияһы ла күсерелеп килде».
52 квадрат метрлы торлаҡ Ғабдуллиндарға 2миллион 57мең  һумға төшәсәк. Хужабикә фатирҙың уңайлыҡтарына  һәм йорт янында заманса балалар майҙансығы булыуына шат.
Бер бүлмәле  фатир хужабикәһе Кристина Шульга ла һаҡлыҡ кассаһында аҡса туплауҙы бөгөнгө баҙар шарттарында иң уңышлы ысул тип һанай. Урта килемле ғаиләнән булған хужабикә был программала ҡатнашып- бер бүлмәле заманса фатирҙа йәшәйәсәк.  
Кристина Шульга, программала ҡатнашыусы: «Программа эшләй башлағандан алып беҙ унда яҙылдыҡ. Элегерәк, торлаҡҡа булған мохтажлығыңды иҫбатламайса,  теләгән кеше был программала ҡатнаша ала ине. Уның ярҙамында  фатирлы булыу хяылын тормошҡа ашырҙыҡ».
2016 йылдан торлаҡ өсөн иҫәп прораммаһында үҙгәрештәр бар. Унда Башҡортостанда даими йәшәүсе һәм «Рәсәй - ғаиләһенә торлаҡ» эконом класслы программа буйынса хоҡуҡтары булған граждандарға иҫәп асыла.
Евгений Декатов, Башҡортостандың ипотека тулыландырыу механизмдарын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе: «Әле  Башҡортостандан 6 меңдән  ашыу кеше был прораммала ҡатнаша.Аҡса туплаған тәүге 300 ҙән ашыу кешегә банкта түбән процент ставкаһы менән кредит бирелде. Граждандар 3 йылдан алып 6  йылға тиклем аҡса туплап, кредит алыу мөмкинлегенә эйә».
Һаҡлыҡ кассаһы буйынса торлаҡ төҙөлөшө программаһы 2014 йылдан бирле эшләй. Был программа һаҡсылдар өсөн бик уңайлы. 3 йыл дауамында 10 меңгә тиклем сумманы ай һайын һаҡлыҡ банкына һалып бараһың, ә фатир һатып алыу ваҡыты килеп еткәс,банкта 7 % льготалы кредит алыу мөмкинлеге лә булдырылған. Апрель айынан башлап, бындай мөмкинлектән 400 ләп кеше файҙаланған да инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку