Аҡсаң булмаһа, магазинға йөрөмә йәки ни өсөн хаҡтар тешләшә? 19.05.2015

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депуттары баш ҡала сауҙа нөктәләренә рейд менән сыҡты. Магазин кәштәләренең  Башҡортостан тауарҙары менән тәьмин ителеүен ҡараны, хаҡтар менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостан аҙыҡ-түлегенә ихтыяж бар, тик магазин кәштәләрендә ул тулып ятмай. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депуттары үткәргән рейдта һөт ризыҡтарының ғына етмеш проценты урындағы етештереүселәрҙеке булыуы асыҡланды, был иң юғары күрһәткес. Башҡа продукция төрҙәре күбеһенсә сит ил, күрше төбәктәрҙән килтерелә.
Хаҡтарға килгәндә, уларҙы ҡыуып та етеп булмай. Йыл башынан республикала 14 төр продукция буйынса хаҡтар егерме процентҡа тиклем күтәрелгән. Был, тәү сиратта, ҡош итенә ҡағыла. Һатып алыусыларҙың күбеһе шулай уҡ он, емеш-еләк, шәкәрҙең ҡиммәтләнеүен биләдәләне.
-Хаҡтарҙың түбәнәйгәнен күргән юҡ әле, ғөмүмән алғанда, бер пакет әйбер алам тиһәң, магазинда мең һум ҡалдыраһың.
- Бына инеп, бер ниҙә тапмай, буш кәрзин менән сығып киләм. Бик ҡиммәт. Мин баҙарға йөрөйөм.
Шулай ҙа, әйтәйек, йомортҡаға хаҡ бер аҙ төшкән. Бер тиҫтәһен утыҙ-ҡырҡ һумға алып була, ә йәрминкәләрҙә ул  һикһән һумға тиклем барып баҫа ине. Миҙгел алышынғас йәшелсә лә бигүк тешләшмәй
Рәшит Хәйруллин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты: «Ҡыярға, помидорға, ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ төшкән. Был инде ажиотаж һорауҙан һуң - яҡшы күренеш. Һөт, ит - уларға хаҡ күтәрелеүгә бара. Уны туҡтатыр өсөн күберәк етештерергә кәрәк».
Сираттағы рейд ауыл хужалығы тауарҙарын тәҡдим итеүсе сауҙа нөктәһендә дауам итте. Асыҡ һауала республика төбәктәренән килгән йүнселдәр башлыса йәшелсә-емеш тәҡдим итә. Картуфтың килоһы бында 30 һумдан артмай, кишер-сөгөлдөр ҙә сағыштырмаса арзан.
Конкуренция булғанда магазин кәштәләрендәге юғары хаҡтарҙы ауыҙлыҡларға мөмкин. Депутаттар фекеренсә, бының өсөн ауыл хужалығы йәрминкәләрен аҙна һайын ойошторорға, республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты, фермер хужалыҡтарын үҫтерергә  кәрәк.
Йәрминкәләрҙән айырмалы рәүештә, бындай сауҙа нөктәләре көн һайын эшләй. Урындар ауыл уңғандарына бушҡа бирелә. Шулай булһа ла, күреүегеҙсә, эш көндәрендә һатыусылар әллә ни күп түгел, барыһы ла аҙна аҙағында килеүҙе хуп күрә.
Кем белә, бәлки, йәйгә ҡарай бында ла эш бер аҙ йәнләнер, ауыл йүнселдәре баш ҡалаға үҙе етештергән продукцияны даими килтереп торор.  Ни тиһәң дә, сифатлы аҙыҡ-түлеккә ихтыяж бер ҡасан да кәмемәй.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика