Аҡса һаҡлау урынына балалар инде

Аҡса һаҡлау урынына балалар инде 15.10.2017

Милли банкта бөгөн  асыҡ ишектәр көнө уҙҙы. Республиканың төп финанс ойошмаһы был сараны йыл да ойоштора. Быйыл ул илдә ике мең һәм ике йөҙ һумлыҡ яңы банкноталар барлыҡҡа килеүе менән тап килде.

Шуға ла сарала ҡатнашырға теләүселәр байтаҡҡа күберәк булды. Яңы сыҡҡан аҡса менән танышырға өлкәндәр ҙә китлгән. Ләкин яңы банкноталар әле әйләнештә юҡ. Банк хеҙмәткәрҙәре уның өлгөләре, һаҡлыҡ саралары менән генә таныштырҙы. Милли банк иң серле һәм ябыҡ ойошмаларҙың береһе. Унда хеҙмәткәрҙәр ҙә етди тикшереү үтеп кенә инә. Ләкин йылына берҙе банкка теләгән бер кеше инә ала. Шулай ҙа асыҡ ишектәр өкөнөнә алдан яҙылыу мөһим. Ойоштороусылар әйтеүенсә, халыҡтың финанс белемен арттырыу, аҡсалар тарихын өйрәнеү йәһәтенән был сара әһәмиәтле. Балалар төрлө квестарҙа ҡатнашты, аҡсалар һәм банк эшмәкәрлеге музейын ҡараны. Шулай ҙа иң ҡыҙыҡһындырғаны ул-яңы барлыҡҡа килгән банкноталар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку