Ҡаҙнанан ситкә киткән аҡсаларҙы контролгә алыуҙың тағы бер ысулы - онлайн кассалар

Ҡаҙнанан ситкә киткән аҡсаларҙы контролгә алыуҙың тағы бер ысулы - онлайн кассалар 26.02.2017

1 июлгә тиклем илдәге барлыҡ сауҙа ойошмалары ҡағыҙ чектар биреүсе касса аппараттарынан арынып  онлайн эшләгәндәренә күсергә тейеш. Тимәк, бер генә тин дә һалым органдары иғтибарынан ситкә китмәйәсәк.  Әле предприятие һәм ойошмаларҙа яңы ҡоролмалар урынлаштырыла башланы.

2017 йылдың февраленән илдә яңы контроль-касса аппараттары тураһында ҡанун үҙ көсөнә инде. 1 июлгә тиклем был техниканы яңыһына алыштырып өлгөрмәүсе эшҡыуарҙарға  ҙур күләмдә штраф һәм ике йылға тиклем эшенән бушатыу ҡаралған. Әлиә Ширйәзданова бәләкәй аҙыҡ-түлек магазины хужаһы һәм яңы ҡанун уға ла ҡағыла. Шуға ла касса аппараттарын яңыртыуҙы эшҡыуар тиҙ арала хәл итергә булған.
Әлиә Ширйәзданова, эшҡыуар: «Минең 1 июлгә тиклем ваҡытым булһа ла, был эште тиҙерәк хәл  итергә булдым. Алдан яңы контроль-касса аппаратын алып ҡуйһам,тынысыраҡ йоҡлармын, тип уйлайым. Иҫәпләү аппараттарына  хаҡтар ҙа үҫеп китеүе ихтимал».
Ысынлап та, хаҡтар күтәрелгән. Хәҙер үткән йылға ҡарағанда, ике тапҡырға күберәк сумма ярҙамында яңы иҫәпләү аппараты алып уны урынлаштырырға тура килә. Ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереүселәр яңы контроль-касса аппараттары эшҡыуарҙар, һатып алыусылар, һалым инспекцияһы араһында ҡағыҙ әйләнешен кәметәсәк һәм ваҡытты экономиялаясаҡ, ти.
Йәғни, эшҡыуарҙарҙың финанс хәле, аҡса әйләнеше һалым ограндарының күҙ алдында буласаҡ. Был иһә бюджетҡа тәғәйен иғәнәләрҙе үҙ кеҫәләренә һалыусыларҙы фашлау өсөн бер алым. Әле  Башҡортостанда 36 меңдән ашыу касса аппараттары теркәлгән. Уларҙың тик меңдән ашыуы ғына яңы стандарттар буйынса эшләй. Һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бындай түбән күрһәткес эшҡыуарҙар  яңыса эш башлау ваҡытын күсерелеүен өмөтләнә ,тип белдерә.  
Килемдәрен йәшерергә ынтылыусы эшҡыуарҙар ил һәм республика ҡаҙнаһына күпме зыян килтерә. Күпме балалар баҡсалары һәм мәктәп төҙөлмәй ҡала? Йәшерен эшләүселәрҙе хәҙер ябай халыҡ та асыҡлай ала. Бары тик махсус программа ҡуйылған  смартфонды чекка яҡын килтереп кенә лә эшҡыуарҙың намыҫлымы-түгелме икәнен асыҡларға мөмкин. Әйткәндәй, һатып алыусылар ҡағыҙ чектарҙы һаҡламаһа ла була, сөнки мәғлүмәт электрон почтаға, йә смс хәбәр менән телефонға ебәрелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку