Аҙна яңылыҡтары. Ҡытай Рәсәй балынан баш тартыуы ихтимал 07.05.2017

Сит ил белгестәре экспортланған татлы ризыҡта сәләмәтлеккә насар йоғонто яһаусы матдәләр асыҡлаған. Сикләү  башлыса Алтай балына ҡағыла. Ләкин башҡорт балы буйынса ла һорауҙар булыуы ихтимал.

Был хаҡта Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы сайты хәбәр итә.  Ведомство биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Алтай крайы балы составында  Ҡытай республикаһында тыйылған    метронидазол, фуразолидон һәм фурацилин табылған. Ризыҡ сифатындағы тайпылыштар тағы ҡабатланһа сит ил вәкилдәре  экспорттан  баш тартасаҡтарын белдерә. Шул уҡ ваҡытта Ҡытайға индерелгән бал күләменең 70 проценты Башҡортостандыҡы. Алтай хатаһы  ҡабатланмаһын өсөн балды ентекле тикшереү талап ителә. Ләкин республикала ситкә сығарылған тауарҙың сифатын тикшереү шарттары тейешенсә ойошторолмаған.
Балды сит ил талаптарына етерлек итеп тикшерер өсөн 30-40 миллион һумлыҡ махсус ҡорамалдар кәрәк. Тәбиғи балдың зарары тәү ҡарашҡа булырға ла тейеш түгел. Ләкин белгестәр Ҡытай коллегаларын хуплай. Баҡтиһәң умартасылар бал ҡортон төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн төрлө дарыуҙар ҡуллана. Күптәр уның миҡдарын , биреү ваҡытын да иғтибарға алып тормай. Һөҙөмтәлә антибиотиктар ҡорттар аша балға ла күсә. Ә ул үҙ сиратында кеше сәләмәтлегенә хилафлыҡ килтерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика