Аҙна яңылыҡтары. Яңы йыл каникулдарында Рәсәй иҡтисады 1 триллион 2 йөҙ миллиард һум аҡса юғалтты

Аҙна яңылыҡтары. Яңы йыл каникулдарында Рәсәй иҡтисады 1 триллион 2 йөҙ миллиард һум аҡса юғалтты 14.01.2018

Ялдың һәр көнөн хисапсылар 150 миллиард һумға баһалаған. Оҙайлы байрамдар айырыуса сәнәғәт өлкәһе һәм офис компаниялары өсөн ҙур юғалтыуҙар килтерә. Дөйөм алғанда завод- фабрикаларҙың етештереү ҡеүәте 15-20 процентҡа кәмей. Уның ҡарауы, хеҙмәт күрһәтеү, күңел асыу, транспорт, туризм өлкәһе байып ҡала. Юл йөрөү яңы йыл байрамдарында 30-40 процентҡа артып торҙо.

Ил кинотеатрҙары был көндәрҙә 4 миллиард һумға яҡын килем алып ҡалған. Сауҙа өлкәһен әйтеп тораһы ла түгел. Рәсәй халҡы байрамдарҙа бер триллион һумға яҡын һатып алыуҙар башҡарған. Теүәл сумма 920 миллиард һум. Шулай итеп, халыҡтың бауыры ғына түгел, Яңы йылда, янсыҡтар ҙа зыян күрә. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, һәр кешегә уртаса  6 мең өс йөҙ һум сығым тура килә. Былтырғы менән сағыштырғанда, 7 процентҡа күберәк. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа Рәсәй халҡы оҙайлы ялдарҙан арый башланы. Каникулдарҙы илдә йәшәүселәрҙең 14 проценттан ашыуы эш урындарында үткәрҙе.
Ялдың  артыҡ булыуын халыҡтың байрам атрибутикаһына мөнәсәбәтендә лә сағылыш таба. Быйыл боҙ майҙансыҡтарының популярлығы күпкә кәмегән.  Былтыр шыршы тирәләй күңел асырға туҡһан меңдән ашыу кеше килһә, быйыл улар утыҙ меңгә әҙерәк. Кем һанап торғандыр, әммә баш ҡала хакимиәте ошондай мәғлүмәт бирә. Һәр хәлдә, әле бер ерҙә, әле икенсе төбәктә боҙ майҙансыҡтарының вандалдарса емерелеүен күҙ уңында тотҡанда байрам күренештәренең тамам ялҡытыуын аңларға мөмкин.  Ғөмүмән, быйыл Яңы йыл кәйефе аҙ булды, шикелле, кешеләрҙә. 1 ғинуар  һәр ерҙә лә һатылып бөтмәгән шыршы өйөмдәренең ятыуын күрергә мөмкин ине. Һатыусылар халыҡ алманы, тип аҡлана, бәғзеләр, ҡомһоҙланып күп ҡырҡмаҫҡа ине , тит һуҡрана. Ысынлап та, ҡулланылған ағастарҙы эшкәртеү урындары булмағас, ниңә шул тиклем ҡырҡырға һуң? Хәҙер урман ҡупшыҡайҙары сүплектәр биҙәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку