Аҙна яңылыҡтары. Яҡшы онотолған үткәндәр

Аҙна яңылыҡтары. Яҡшы онотолған үткәндәр 03.09.2017

Һәр бер яңы барлыҡҡа килгән йүнәлешкә  хәҙер ошо аныҡламаны бирергә мөмкин. Һуңғы арала йыш телгә алынған кооперацияға ла. Ауыл кешеләренең, фермерҙарҙың берләшеп эшләү тарихын ике быуатҡа яҡын. Ләкин һуңғы арала ул онотолған тиерлек. Халыҡ та бит хәҙер элекке  түгел. Бер -береңә ышаныс, ярҙамсыллыҡ, намыҫ һәм теләктәшлек сифаттары юғала бара. Һәр кемдең бармағы тик үҙенә генә бөгөлгән. Ә кооперативтарға берләшеү өсөн тап ошо сифаттарҙың булыуы мөһим. Шулай ҙа өмөт йәшәй.

Республикала майҙан алып ҡына 17 кооперация ойошмаһы булдырылған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 14 кооператив барлыҡҡа килер тип көтөлә. Был ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәһе. Тармаҡ министрлығына ҡараған учреждение төбәктә кооперация системаһы булдырыусы оператор булараҡ эшләй. Консультация үҙәге директоры Ирек Сакаев әйтеүенсә, халыҡ яйлап булһа ла берләшә башланы. Ә уртаҡ етештергән ауыл хужалығы тауарҙарын һатыуға сығарыу эш урындары етешмәгән осорҙа ниндәй ҙә булһа килем алыу өсөн берҙән-бер юл. Кооперация нисек эшләй? Ярайһы уҡ уңышлы эшләгән ойошмалар миҫалында Рәмилә Исмәғилева аңлатырға тырышыр.
Ҡортсолоҡ   Шәйәхмәтовтарҙың ғаилә кәсебе. Умарталарын арттыра килеп әле ҡырҡ күскә еткергәндәр. Бал бар, әммә уны һатыу проблемаһы ла юҡ түгел.  Ләкин йүнсел әмәлен тапҡан. Редик Шәйәхмәтов «Хазина» ауыл хужалығы кооперативына ингән.
«Хазина» ауыл хужалығы кооперативын Байталлыла йәшәүсе  Ирек Бакиров ойошторған. Күп йылдар ғаилә бизнесы алып барған уҙаман күмәкләп эшләүҙең тик яҡшы яҡтарын ғына күрә.
Ауыл хужалығы кооперативында әле биш ғаилә. Ойошмаға һәр кем күпмелер мөлкәте менән килә. Хазинаның тракторы, еңел автомобиле бар, бер ғаилә һыуытҡыс килтергән. Улар бөтәһе лә дөйөм ҡулланылышта, шул уҡ ваҡытта хужаһы исемендә ҡала. Ирек Ғүмәр улы  ауылда йәшәүселәр өсөн бәләкәй генә баҙар ҙа булдырған.
Коомерция булмаған ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороуҙың маҡсаты бер булһа ла, ул  һәр төбәктә үҙ моделе буйынса ҡорола. Буш  ятҡан баҫыуҙар, ташландыҡ фермалар һәр ауылда бар. Миҫал өсөн  Байталлы ауылынан йыраҡ китәһе түгел.
Тап ошондай яҙмыш теләһә ниндәй хужалыҡты ла көтөүе бар. Һалымдар, финанс мәсьәлә һәм башҡаһы. Шуға ла кооперативтар булдырыу көн талабы, ти белгестәр. Сөнки бындай ойошмала етәксе булһа ла, йөктө улар күмәкләп тарта. Әле  Бөрө, Балтас,Ҡариҙел, Дыуан, Баҡалы һәм Кушнаренко райондарында проект  тест рәүешендә һынала,  ауыл советы биләмәләре башлыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Иң мөһиме, ауылда йәшәүселәр берҙәм булһын, был йүнәлешкә дәүләттән  аҡсалата ярҙам да бар. Быйыл 30 миллион һум  бүленгән, киләсәктә уның суммаһы тағы ла артыр тип көтөлә.        
Шулай ҙа урындарҙағы хакимиәттәрҙең аңлап етмәүе, һәр кемдең дә мөлкәте менән дөйөм хужалыҡҡа инергә теләмәүе йәки үҙ йүнен үҙе күрергә тырышыуы арҡаһында ҡаршылыҡтар бар.
Әле республикала һикһәндән ашыу кооператив иҫәпләнә. Тик уларҙың утыҙға яҡыны ғына тейешенсә кимәлдә эш алып бара. Ҡалғандары тулы ҡеүәтенә эшләмәй.
Күптән ойошҡан хужалыҡтар  берҙәм эштең тик ыңғай яҡтарын ғына билдәләй. Бигерәк тә ауыл халҡы өсөн кооперативтарға тупланыу отошло.
Кооперативтар халыҡ өсөн дә ҡулай. Аҙыҡ-түлекте етештергәндән алып ҡулланыусыға алып барып еткәнсе күп ваҡыт  үтмәй, ә натураль һәм сифатлы продукцияға ҡалала ихтыяж һәр ваҡыт бар.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку