Аҙна яңылыҡтары. Власть органдары эшҡыуарҙарға йөҙө менән борола

Аҙна яңылыҡтары. Власть органдары эшҡыуарҙарға йөҙө менән борола 04.12.2016

Һәр хәлдә, инвесторҙар өсөн тура бәйләнеш ойоштороусылар шулай тип ышандыра. Башҡортостанда «Властҡа һорауыңды бир. Инвестор менән республика етәкселеге араһында тура бәйләнеш» тип исемләнгән проект эш башланы.

Уға ярашлы, кесе йоманан алып баш ҡаланың күп функциялы үҙәктәрендә махсус кабинкалар эшләй башланы.  Унда теләгән бер йүнсел инеп видеомөрәжәғәт ҡалдыра ала. Кем ҡабул итәсәк был мөрәжәғәттәрҙе? Күҙгә -күҙ ҡарашып әңгәмәләшеүҙән нимәһе менән яҡшы был алым? Халыҡҡа көндәлек ялыуҙар ҡалдырыу  үҙәге  булып китмәҫме? Был һорауҙарҙы асыҡ кабинканы  ойоштороусыларға бирҙек.
Проекттың исеме «Инвестор һәм республика етәкселеге» тип аталһа ла кабинкалары асыҡ залда урынлашҡанлыҡтан башҡа мәсьәләр, хатта ялыуҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә табыласаҡ. Әгәр видео яҙырырға кәрәкмәһә  был мөмкинселекте бәлки, аноним хаттар яҙырға яратыусылар ҙа ысҡындырмаҫ ине.
Бындай кабинкалар баш ҡаланың ете күп функциялы үҙәгендә урынлаштырыласаҡ.  Әгәр башланғыс һөҙөмтә бирһә,  башҡа өлкәләргә ҡағылышлы һорауҙар буйынса ла  ошондай алымды ҡулланыу мөмкинлеген ҡарарбыҙ, ти ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика