Аҙна яңылыҡтары. Уҡыу, йәшәү шарттарынан ҡурҡмай бала табырға йөрьәт иткән студент ғаиләләренә йөҙ мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтмәкселәр

Аҙна яңылыҡтары. Уҡыу, йәшәү шарттарынан ҡурҡмай бала табырға йөрьәт иткән студент ғаиләләренә йөҙ мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтмәкселәр 04.06.2017

Тәүге балалары тыуған йәш ғаиләләргә өс йөҙ мең һум аҡсалата ярҙам түләй башлап ҡыуандырғайнылар, күп тә үтмәй тағы бер яҡшы хәбәр. Уҡыу, йәшәү шарттарынан ҡурҡмай бала табырға йөрьәт иткән студент ғаиләләренә йөҙ мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтмәкселәр. Ҙур түгел, әлбиттә, әммә ул аҡса ла юлда ятмай.  Хәйер, етәкселәрҙең дә маҡсаты аҡсаға алдап бала таптырыу түгел. Ни бары студент йылдарында ла ғаилә ҡороп, ятаҡта бала тәрбиәләп, уҡып та була икәнлеген  һәм был күренештең ғәҙәти тормош булыуын аңлатыу. Кемдәргә эләгәсәк йөҙ мең һум аҡса?

Йәшлек, иң йәмле, иҫтә ҡалырлыҡ студент йылдары. Әммә ул йәшен кеүек йәшнәп үтә лә китә, ҡәҙерен белеп ҡалмаһаң, мәҫәлдәге йәй буйы һикергән сиңерткәләй ҡышҡа ҡалыуың ихтимал. Ҡатын-ҡыҙҙың да бит иң матур, продуктив осоро студент йылдарына тура килә, ти табиптар. Шулай ҙа күптәр юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң эшкә урынлашып, тәжрибә туплай биргәс кенә ғаилә ҡороп, бала үҫтерергә ҡыйыулыҡ итә. Хәйер, илдә тәүге тапҡыр сабыйлы булған гүзәл заттарҙың уртаса йәше  - 26.
Илдә тыуымдың кәмеүе  ҡатын-ҡыҙҙарҙың продуктив ваҡытын уҙғарып ебәреүенә лә бәйле, ти белгестәр. Элегерәк студент ятаҡтарында бала тауыштары геү килеп торһа, хәҙер был күренеш һирәк осрай. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова әйтеүенсә, студенттарға хәҙер ғаиләле булыуҙан һәм бала табыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Сөнки  совет йылдары менән сағыштырғанда, бөгөн сабыйы булған студенттарға пособие, ятаҡта айырым бүлмә, академ отпуск һәм башҡа төр ташламалар ҡаралған.
Күптән түгел Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы вуз һәм колледждарҙа коммерция нигеҙендә уҡыған балалы студенттарҙы бюджет ҡарамағына күсереү тәҡдиме менән сыҡты. Яңы проектта  йөклө, йә уҡыу ваҡытында бала тапҡан студент ҡатындар тураһында һүҙ бара. Уҡытыусылар ҙа яңы законды хуплай, сөнки статистикаға ҡарағанда, белем алыу ҡиммәтләнә бара, тағы ла бала ҡарау мәшәҡәттәре килеп тыуһа,  ярҙамдың булыуы мотлаҡ, ти улар.  Бының өсөн йәш әсәнең һуңғы ике семестрҙа билдәләре тик бишле, түләү буйынса бурысы булмаҫҡа тейеш.
Студенттарға ярҙам бының менән генә сикләнмәй әле. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының дөйөм ятағында балалар баҡсаһы асылды. Алтмыш урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә учреждениела студенттар, магистр, аспирант һәм уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең балалары йөрөй ала. Баҡса булыуы йәш ата-әсәләрҙән бигерәк мәктәпкәсә белем биреү факультетында уҡыусы ҡыҙҙар-егеттәр өсөн ҡыуаныслы. Сөнки улар ошонда уҡ практика ла үтә ала.
Ил етәкселеге демография яҡшы булған мәлдәр тәжрибәһен кире ҡайтарыу яҡлы. Ул ғына ла түгел, өҫтәмә матди ярҙам да бүлергә әҙер. Башҡортостан хөкүмәте көндөҙгө бүлектә уҡыған студент һәм аспиранттарға беренсе бала тыуғанда 100 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. Республикала демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән программа медицина, социаль өлкә, мәғлүмәт, финанс һорауҙарын үҙ эсенә ала, шулай уҡ аборттарҙы,  сабыйҙар үлемен кәметеүҙе, ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.
Салауат Сәғитов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «1 сентябргә бүләк эшләрбеҙ тип уйлайым. Бала тыуғас, 100 мең һум. Тағы ла әгәр ҙә быға тиклем айлыҡ пособие күләме 250 һум булһа, уны 3000 һумғаса арттырыу ҡаралған».
Кем белә? Бәлки, студенттарға сираттағы проект ғаилә ҡорорға, ә был илдә демография хәлен яҡшыртырға этәргес булыр? Йәштәр араһында хөкүмәт тарафынан күрһәтеләсәк ярҙамға фекерҙәр төрлө.
Һәр хәлдә, программа авторҙары өс йыл эсендә тыуым буйынса 2015 йыл күрһәткестәренә тиңләшергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика