Аҙна яңылыҡтары. Тәүге балаһы тыуған йәш ғаиләләр 3 йөҙ мең һум аҡса алыу өсөн ғаризаларҙы майҙан башлап тапшыра аласаҡ 23.04.2017

Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн республикала 1 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән. Сертификатты ғаилә ағзалары торлаҡ төҙөү һәм һатып алыу өсөн тотона ала. Шулай уҡ ипотеканы ҡаплау өсөн дә ҡулланыу рөхсәт ителә. Ғаризаны бала тыуғас ярты йыл эсендә яҙырға мөмкин. Аҡсалата ярҙамға дәғүә итеүселәр урындағы хакимиәттәргә мөрәжәғәт итә ала.

Егор Родин, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Был ярҙамға тулы ғаиләләр дәғүә итә ала. Ике ағзаның да йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта ла тороу ҙа мотлаҡ. Тәүге бала 2017 йылдың беренсе ғинуарынан һуң тыуған булыуы шарт».
Дәүләт Думаһында бөгөн бала ҡарау ваҡытында түләнә торған пособиены ла өс йылға һуҙыу тәҡдиме индерелде.  Бынан тыш, 7 йәшкә тиклем балалар баҡсаһына эләгә алмаған сабыйҙар өсөн дә өс мең һум күләмендә компенсация түләү ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика