Аҙна яңылыҡтары. Тәүге бала өсөн өс йөҙ мең һум алыуға документтар ҡабул ителә башланы

Аҙна яңылыҡтары. Тәүге бала өсөн өс йөҙ мең һум алыуға документтар ҡабул ителә башланы 21.05.2017

Ғаризаны баш ҡаланың Совет урамындағы 18-се йортта тапшырырға мөмкин. Дәүләт ярҙамында дәғүә итеүселәр  шишәмбе һәм кесе йома ҡабул ителә. Ләкин тәүҙә шылтыратып кәңәш алыу хәйерлерәк. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәр  социаль түләүҙәр алыу шарттарына тап килмәһә лә, Өфөгә килеп ваҡытын әрәм итә, ти белгестәр.

Беренсе балаға республика өс йөҙ мең  һум бирә, икенсеһе өсөн Рәсәй ҡаҙнаһынан 453 мең һум күсерәләр, өсөнсөһөнә бушлай ер участкалары таратыла. Тәү ҡараһаң, ярҙам ҙур кеүек. Балаларҙы тыпылдатып тап та, тап. Ә бит юҡ. Сабыйҙар артыуы күҙәтелмәй. Күрәһең, халыҡты меңдәр менән генә һатып алырлыҡ түгел. Рәсәй халҡы әле һуғыштан артым тураһында бөтөнләй уйламаған зоопарктағы хайуандарҙы хәтерләтә.  Хәйер, бер генә илдә лә демографияны яҡшыртыу өсөн индерелгән матди ярҙам ҡәнәғәтләнерлек  һөҙөмтә бирмәгән. Шул уҡ дини илдәрҙә балалар тыумай тип уйланғандары ла юҡ. Рәсәйгә демографик упҡындан сығырға ниндәй стимул  кәрәк һуң? Өс йөҙ мең һум кемдәргә эләгер һәм беби бум көтөргәме?
Өй һалыуы еңел түгел, өйөргә лә  өйөргә. Әммә кеше тупһаһында аҡса түләп йәшәгәнсе яйлап булһа ла үҙ мөйөшөңдө ҡороу яҡшы. Сыңғыҙовтар ҙа ошоға тиклем Өфөлә ҡуртымға алынған  фатирҙа йәшәй. Әммә февралдә балалары тыуғас Айҙарҙың тыуған ауылы - Ҡырмыҫҡалы районы Мөкәй ауылына  күсеп ҡайтырға мәжбүр була. Йәш ғаилә әле йорт күтәргән.
300 мең тураһындағы ҡарар Сыңғыҙовтарҙа йорт туйлауҙы тиҙләтергә өмөт уята. Йәш ғаилә дәүләт ярҙамын алыу өсөн бар талаптарға ла тура килә.  Шуға күрә улар тәүгеләрҙән булып документ юллай башлай ҙа инде. Хәҙер иҫәпкә аҡса күскәнен көтөргә геән ҡала.
Ләкин бар мөрәжәғәт итеүселәрҙең дә  ғаризалары шыма ғына теркәлмәй.  Белгестәр  әйтеүенсә, аңлашмаусанлыҡтар даими килеп тыуа. Шуға күрә тәүҙә шылтыратып кәңәшләшергә йәки  төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының сайтына инеп  шарттар менән танышырға мөмкин.  Юғиһә, Өфөгә бушҡа килеп ҡайтыуың да бар.
Түләүгә дәғүә итеүҙең өс төп шарты бар,  ғаилә ағзаларының йәше 35-тән артмаҫҡа, улар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торорға, тәүге балалары 2017 йылда  донъяға килергә тейеш. Әммә тағы ла бер нисә талапты  күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Мәҫәлән, ғаиләнең торлаҡ һатып алырлыҡ йәки ипотека юлларлыҡ килем сығанағы булырға тейеш.  Ипотека  сиратҡа торғандан алда алынырға тейеш түгел.  Шулай ҙа белгестәр фекеренсә, программа һөҙөмтәле буласаҡ.
Социологтар  фекеренсә иһә, программа  демографияны артыҡ яҡшыртмаясаҡ. Бының өсөн  оҙайлы һәм  комплекслы  программа кәрәк.  Мәҫәлән, тәүге сабый тыуғанда фатир, икенсеһе йәки өсөнсөһө тыуғас  квадрат метрҙарҙы киңәйтеү мөмкинлеге. Шул ваҡытта ғына ыңғай үҙгәрештәр хаҡында фекер йөрөтөп буласаҡ.
Дәүләт ярҙамын  маҡсатҡа ярашһыҙ тәләфләп булмаясаҡ.  Аҡсаны ҡулға бер кем дә килтереп тотормай,  уны ипотекаға тәүге иғәнә, фатирға бурысты йәки  кредит проценттарын түләү йәки йорт төҙөү  йәки һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин.
Алдан күҙаллауҙар буйынса республикала  300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамына  2 меңдән ашыу йәш ғаилә дәғүә итә ала.  Программа әле бер йылға иҫәпләнгән. Әгәр  түләүҙәр демографик  күрһәткестәргә ыңғай  йоғонто яһаһа  уны дауам итеү юлдары ла ҡараласаҡ.  Финанс ярҙам йәш ғаиләләрҙең торлаҡ  мәсьәләһен дә  хәл итер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика