Мутлашыусылар бурыслыларҙы алдай

Мутлашыусылар бурыслыларҙы алдай 13.01.2018

Коммуналь түләүҙәр буйынса бурысты ҡаплайым тип, фатирҙарынан ҡолаҡ ҡағыусылар бар. Өфөлә йәшәүсе бер нисә ғаилә ҡара риелторҙарҙан зыян күрә. Килешеү төҙөгәндән һуң, улар фатирһыҙ ғына түгел, икеләтә бурыслы ла булып ҡала. Мутлашыусыларҙың яңы хәйләһенә нисек эләкмәҫкә?

Беҙҙең ижади төркөм - офис хеҙмәткәрҙәре өсөн көтөлмәгән ҡунаҡ. Евгений Черепанов ике йыл элек тап ошонда фатир һатыу буйынса килешеү төҙөй. Мутлашыу схемаһы буйынса эшләгән күсемһеҙ милек фирмаһы күптән ябылған, бында хәҙер бөтөнләй икенсе ойошма эшләй.
Был өҫтәл артында ул ваҡытта риелтор ҡатын ултырған. Ул Евгенийға ҡыҙыҡ тәҡдим яһай. Коммунль түләүҙәр буйынса бурысты ҡаплар өсөн - фатирҙы һатырға кәрәк. Ҡалған сумма яңы йорт төҙөлөшөнә иһә етәсәк. Һатып алыусыһы ла тиҙ табыла, ул ете йөҙ мең һум задатка ла индерә. Күсемһеҙ милек агенты Евгенийҙың өйөнә төҙөлөш компанияһы вәкилен дә алып килә.
Евгений Черепанов, зыян күреүсе: «Килешеү төҙөгәндән һуң, улар коммуналь түләүҙәр өсөн бурысымды ҡаплайым тип минән 214 мең аҡса алды. Ҡалған сумма миндә ҡалды. Артабан риелтор банкҡа барырға тейеш ине».
Әммә идарасы команияға бурыс өсөн бер тин дә түләнмәгән булып сыға. Зыян күреүсе ғаилә был хаҡта белеп ҡалғас, суд аша килешеүҙең көсөн юҡҡа сығарып, фатирын һаҡлап ҡала. Шулай ҙа хәҙер бурыстары икеләтә артҡан. Һатып алыусының задаткаһын да ҡайтарырға кәрәк бит.
Любовь Черепанова, зыян күреүсе: «Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табырға?!. Өс балам бар. Түләһәм дә, сумма ҙур, ғүмерлеккә бурысҡа баттым тиергә мөмкин».
Өфөлә ошондай мутлашыу схемаһы буйынса алданыусылар етерлек. Евгений Черепановҡа уңыш йылмая тиергә була, ул фатирын һаҡлап ҡала алған, ә бына күптәр аҡсаһыҙ ғына түгел, үҙенең квадрат метрҙарынан да ҡолаҡ ҡаға.  
Камилә Фазлыева, ипотека кредитлау бюроһы директоры: «Был осраҡта фатирҙы һатып алыусыларға ла уяуыраҡ булырға кәрәк.  Күп осраҡта коммуналь хеҙмәт өсөн бурыс юҡ тип  ялған квитанциялар, справкалар күрһәтәләр. Мутлашыусыларға юлыҡһағыҙ, шунда уҡ хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡултамға ҡуйыр алдынан, барлыҡ документтарҙың да дөрөҫлөккө тура килеүен-килмәүен тикшерергә онотмағыҙ».
Черепановтар иһә хәҙер ғәҙеллек барлығына ышана. Әлегә  суд ҡарары буйынса төҙөлөш компанияһы вәкиле шартлы рәүештә өс йылға яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ғаиләне был мутлашыу схемаһына ылыҡтырған риелтор ғына бөтөнләй язаһыҙ ҡалған.  Тимәк, дөрөҫлөк өсөн көрәш тә алда әле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку