Аҙна яңылыҡтары. Мәктәптәргә эйәреп Өфөләге балалар баҡсалары ла бөгөндән аутсорсинг туҡландырыу системаһына күсә 02.04.2017

Аҙыҡ-түлекте ситтән ташыу алымы һуңғы арала күп тапҡырҙар аңлатылһа ла, халыҡ һаман да шикләнеп ҡарай. Нисек инде ул әҙер ризыҡ алып киләсәктәр, ярымфабрикаттар ашатасаҡбыҙмы ни, ашханалар ябылырмы,тигән борсоулы һорауҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Аҙыҡ-түлек, туҡландырыу сифаты насараймаясаҡ, тип тынысландыра белгестәр.

Ни бары мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһындағы ашхана хеҙмәткәрҙәре туҡландырыу комбинаттары штатына күсерелә. Сөнки мәғариф учреждениеларында тәрбиә биреүселәр, уҡытыусылар ғына  эшләргә тейеш. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мөғәлимдәр эше түгел. Әйткәндәй, аутсорсинг системаһы аш-һыу әҙерләү  бүлмәһе тейешле нормаларға тап килмәгән мәғариф учреждениеларына ғына ҡағыла. Шулай ҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Әле үк күп кенә ата-әсәләрҙе балаһының нисек туҡланасағы борсой. Арабыҙҙа әҙер ризыҡтарҙы өнәп бөтмәүселәр, ниндәйҙер аҙыҡҡа аллергияһы булғандар, шәхси аш талап ителгәндәр  байтаҡ. Ундайҙар ас ҡалырға тейешме, әллә берәй әмәле хәстәрләнгәнме?
Гөлназ Фәйзрахманованың улы Камил баш ҡаланың 209-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Ике йәш ярымлыҡ малайҙың һыйыр итенә, һөт ризыҡтарына аллергияһы бар. Ошоға тиклем мәктәпкәсә учреждение ашнаҡсылары Камилға бутҡаны һыуҙа бешерә, һыйыр ите урынына ҡоштоҡон бирә. Әммә аутсорсинг системаһы индерелгәндән һуң йәш әсәгә, хәҙер айырым ашатыу мөмкинлеге юҡ, аллергик булһағыҙ ас ултыраһығыҙ инде, тип белдерәләр.
Гөлназ Фәйзрахманова: «Балалар баҡсаһы мөдире хәҙер ашатыу беҙҙең өҫтә түгел тигәс туҡланыу комбинатына шылтыраттым, улар  беҙ ташыйбыҙ ғына тип яуапланылар,  аптырап ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусыларға мөрәжәғәт иттем. Тағы бешереү  элеккесә ҡала тинеләр. Ҡыҫҡаһы, аныҡ яуап таба алманым, райондың мәғариф бүлегенә шылтыратҡайным, йүнләп тыңлап та торманылар, аллергияһы булғас  ашай алмайығыҙ инде, тип ҡырҡа һуҡтылар».
Мәктәп уҡыусыһы булһа ашарға һалып ебәрер ҙә инең, ә бында балалар баҡсаһы, сабыйҙы көнө буйы ас йөрөтөп тә булмай. Әммә мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, бәхәсле осраҡтар  күпселектең яңы системаны аңлап етмәүе менән бәйле, туҡланыу буйынса бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ. Бары тик аҙыҡ- түлекте һатып алыу, ташыу  махсуслашҡан ойошмаға йөкмәтелә.
Рәсәйҙә хеҙмәтләндереүҙең был төрө яңы күренеш. Ул 2015 йылдың 1 ғинуарынан федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы башҡарыла, йәғни вәкәләттәр бүленә, һәр кемдең үҙ бурысы.
Аутсорсинг тигән ят төшөнсә беҙҙең ҡулланылышҡа һуңғы йылдарҙа ғына килеп инде. Был система буйынса педагогтар балаларға нимә ашатырға, нимә эсерергә тип баш ватырға тейеш түгел. Туҡландырыу эше тулыһынса махсуслашҡан комбинатҡа йөкмәтелә. Ә мәғариф учреждениелары үҙҙәренең төп бурысы  белем биреү менән шөғөлләнергә тейеш.
Ата-әсәләргә түләү юлдары ғына үҙгәргән, элек улар ашау өсөн аҡсаны мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына күсерһә, хәҙер туҡланыу комбинатына. Хаҡтарҙа айырма юҡ.
Ашнаҡсыларҙың хеҙмәт кенәгәһендә лә  яңылыҡ бар, элек улар мәғариф учреждениеһында эшләй тип иҫәпләнһә, хәҙер  туҡланыу комбинатына ҡарай.  Хеҙмәт хаҡы ла ике тапҡырға тиерлек артҡан, элек 5 мең һумға ғына эшләй инек, ти улар.
Менюны ла комбинат төҙөй.  Һәм мәғариф учреждениеһын кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Тик был санпин нормаларына тап килгән ашхана һәм бешереү мөмкинлектәре булған осраҡта ғына. Шарттар юҡ икән комбинат ярымфабиркаттарҙы йәки әҙер аҙыҡты контейнерҙарға һалып килтерергә бурыслы.  Әле яңы схемаға белем усаҡтарының 51 проценты күскән. Киләһе йыл аутсорсингты тулыһынса тиерлек индереү ҡарала. Әммә ҡайһы бер райондарҙа был өлкәлә эшләүсе компаниялар юҡ, улар көтөп торасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика