Аҙна яңылыҡтары. Кооперация - онотолған иҫке алыммы, әллә күпте вәғәҙәләгән яңылыҡмы?

Аҙна яңылыҡтары. Кооперация - онотолған иҫке алыммы, әллә күпте вәғәҙәләгән яңылыҡмы? 12.03.2017

Рәсәйҙә хеҙмәт ойоштороу формаһын кооперативлаштырыу тураһында йәнә һүҙ ҡуйыртыла. Әйткәндәй, илгә был алымдың  хәҙер өсөнсөгә килеүе. Республикала эш башланды ла инде. Ҡайһы бер райондарҙа тәүге кооперативтар барлыҡҡа килә башланы. Хәйер, берләштереү мәжбүри түгел. Ойошҡан рәүештә эшләү теләге һәр хужалыҡтың үҙенән башланырға тейеш. Кире осраҡта кооператив берегеп китә алмаясаҡ.

Бигерәк тә әлеге заманда. Хәҙер бит һәр кемдең бармағы үҙенә табан кәкере. Аҡса эше хатта, туғандарҙы ла талаштыра. Бындай шарттарҙа копперациялар булдырыу ай-һай ауыр буласаҡ. Ә бит берләшеү көн талабы, ти белгестәр. Шәхси хужалыҡтар, фермерҙар тик күмәк көс менән генә ҙур баҙарға сыға ала. Берәмләп кенә миллионлап ҡайтарымдар һорап ултырған сауҙа селтәрҙәренә сығырмын тимә. Икенсенән, кооперативлашып  йүнселдәр республиканың үҙ брендын, аҙыҡ-түлек йөҙөн, сауҙа селтәрен ойоштора ала. Тик бына был йүнәлеш алдағы икәүһе кеүек тыҡырыҡҡа терәлмәҫме? Коллектив хужалыҡтар яҙмышы көтмәйме кооперативтарҙы?
Эремсек, ҡаймаҡ, һөт һәм йомортҡа. Саҡмағош районы Бәрҙәсле ауылы халҡы үҙе етештергән продукцияһын ҡалаға оҙата. Аҙыҡ-түлекте улар тәғәйен пунктҡа алып килә, ваҡытында машина килеп ала. Шәхси хужалыҡтар бер йыл элек кооперативҡа берләшкән.
Аблай менән  Күсәкәй ауылы халҡы  үҙ көсө менән  күсмә һыуытҡыс эшләгән. Кооператив ағзалары  аҙыҡ-түлекте шунда  килтереп ҡуя, һөт әсемәй, продукция логист килеп алғансы боҙолмай.
Айҙар Ғабдуллин, «Ғабдуллин» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Был эстон йәки Балтик буйы һөт йыйыу ысулы. Биҙрәгә һауылған һөт икенсе һауытҡа ҡойолоп эшкәртергә китә. Был продукцияны натураль килеш ҡулланыусыға  еткерергә булышлыҡ итә».
Былтыр ойошторолған кооперативта Саҡмағош, Благовар һәм Кушнаренко райондары әүҙем ҡатнаша.
Благовар районы Яныш ауылында йәшәүсе Ринат Әхтәриев бер ай элек кенә ҡушылған. Быға тиклем  һөттөң литрын 14 һум менән алыпһатарҙарға тапшырырға тура килһә, кооператив литрын 20 һум менән ҡабул итә. Ауыл эшсәне 70 баш мал тота, бер тиҫтәһе һауын һыйыры. Ауылда йәшәүсенең ҡулына ай һайын  50-60 мең һум аҡса инә.
Кооператив етештергән тауарҙы логист Өфөләге магазинға  тапшыра. Кибет тик республика фермерҙары һәм шәхси хужалыҡтары тауарын һатыуға махсуслашҡан. Аҙыҡ-түлеккә өҫтәмә хаҡ ҙур түгел. Сифатлы продукцияның тәмен белгәндәр уны интернет аша ла һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Клиенттар өсөн "Көндәлек", "Ял" "Байрам", һәм башҡа төрлө кәрзиндәр һәм ташлама карталары булдырылған. Баш ҡалала республика ауыл хужалығы тауарҙары Нижегородкала һәм Зорге урамындағы 16-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан магазиндарҙа тәҡдим ителә.
Ренат Мамаев, эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙәге идарасыһы: «Ейәнсурала эш башлап торабыҙ. Кооперативҡа берләшеүгә фермерҙар ауырлыҡ менән килә. Айырым эшләргә, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә күнеккән. Ауыл кешеһе өсөн  был үтә лә килемле, тип әйтә алам. Етештереүсе ваҡытын һәм аҡсаһын экономиялай, ә тауары баҙарға сыға тора».
Йылдан ашыу берләшеп эшләп ҡараусылар был аҙнала Өфөгә йыйылды һәм ойошманы  юридик  яҡтан нығытып протокол төҙөнө. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары,эшҡыуарҙар  «Йәнле ауыл» кооперативында эшләйәсәк.  Әйтергә кәрәк, «Йәнле ауыл» исеме аҫтында Башҡортостан ауыл хужалығы  етештереүселәре  брендын булдырыу эшен  иҡтисадсы Ринат Мамаев 2011 йылдарҙа уҡ башлаған. Алда торған төп бурыстарҙың береһе -  мал һанын күбәйтеү һәм  һөт етештереүҙе арттырыу. Әлегә  продукция һөт комбинатында эшкәртелә. Киләсәктә кооперативтың  үҙ цехтарын асыу күҙаллана.
Статитстика мәғлүмәттәре  буйынса әле Башҡортостанда 6 меңдән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән, уларҙың 4 меңләбе уңышлы эшләп килә. Әммә бәләкәй хужалыҡтар сығарған тауар баҙарҙа танылыу яулай алмай. Берләшеү  аграр тармаҡты үҫтереү, етештереүсе, эшкәртеүсе, сауҙа ойошмаһы араһында бәйләнеш булдырыу йәһәтенән әһәмиәтле.
Кооперативтарға берләшеү  аграр тармаҡтағы  хәлде  еңеләйтәсәк, тик ул бөтә проблемаларҙы ла хәл итмәйәсәк, тигән фекерҙә тәжрибәле  ауыл хужалығы белгестәре.Уны  системаға һалыу өсөн кооператив эшен яҡшы аңлаған һәм алып барған  кешеләр кәрәк, тәү сиратта район етәкселәре был йүнәлеште юлға һалыуҙа ыңғай ҡарашта булырға бурыслы.
Кооперативҡа шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, эшҡыуарҙар  ирекле инә, уның нигеҙендә хеҙмәттәшлек ята.  Системаны юлға һалыуҙа  республикалағы эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙәге белгестәре ярҙамға килергә әҙер. Сит илдә кооперативтар  уҙған быуаттарҙа уҡ үҫеш алған һәм ул уңышлы эшләй. Рәсәйҙә лә  колхоздарға тиклем  кооперациялар булыуы билдәле. Тик 1956 йылда сығарылған ҡарарға ярашлы, улар бөтөрөлгән. Республика райондарында тәүге ауыл-хужалығы  кооперативтары барлыҡҡа килә башланы, иҫке яңылыҡ заманса һулыш алып аяғына баҫып китә алһа,  халыҡ ете диңгеҙ аръяғынан килтерелгән аҙыҡ -түлек менән түгел,  сифатлы һәм үҙ еребеҙҙә етештерелгәне менән туҡланыр.    




Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика