АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Хеҙмәт хаҡын түләмәүсе етәкселәргә закон ғына ҡатыланды

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Хеҙмәт хаҡын түләмәүсе етәкселәргә закон ғына ҡатыланды 02.10.2016

Төрлө телеканалдарҙа барған реалити-шоуҙарҙы күреп минең дә башҡа бер проект килде. Хеҙмәт хаҡын кәметкән йәки бөтөнләй түләмәгән предприятие етәкселәренең үҙҙәрен аҡсаһыҙ ҡалдырып көн дә артҡан хаҡтар шарттарында йәшәүҙәрен күҙәтергә ине. Вәт, кәмит булыр ине, шулаймы? Аҡса юҡ, ә ҡыҙыл ыуылдырыҡ ашағы килә. Магазинға инеп кәштәләрҙе ҡарайҙар ҙа, ауыҙ һыуҙарын ҡойоп сығып китәләр. Коммуналь түләүҙәрҙең ни тиклем бәкәлгә һуҡҡанын белеп ҡалырҙар. Айына өс йөҙ процент менән биргән микрофинанс ойошмаларҙан кредит алып бурысҡа батһындар. Әгәр бер йылда иҫән ҡалһалар, эш урындарына кире ҡайтарырға. Ул сағында тотҡарланған хеҙмәт хаҡының кешене ни тиклем бөлгөнлөккә төшөргәнлеген аңларҙар ине. Ҡыҙғаныс, был уйҙар хыялда ғына. Әлегә хеҙмәт хағын түләмәүсе етәкселәргә закон ғына ҡатыланды. Намыҫһыҙ идарасыларға ниндәй яза әҙерләнгән?

Закир Ғәйнетдинов 35 йылдан ашыу электр сымдарын һәм ҡорамалдарын монтажлау менән шөғөлләнә. Тик йыл башында «ЭлектроСтройСервис» йәмғиәтенә эшкә урынлашыу ирҙе оҙайлы бурысҡа инергә мәжбүр итә. Баштан уҡ вәғәҙәләнгән утыҙ мең һумлыҡ айлыҡ хеҙмәт хаҡы урынына уға ярты йыл эсендә дөйөм алғанда, ҡырҡ мең һум аҡса ғына түләгәндәр.
Һөҙөмтәлә Закир Ғәйнетдинов микрофинанс ойошмаларҙан кредит алып, ваҡытында түләй алмай, бурысҡа бата башлаған. Ундағы проценттар ай үҫерен, көн үҫә, ләкин ойошма етәксеһен был хәл бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, ахыры.  Ә бит Рәсәйҙә эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәренә астрономик сумманы ҡайтарырға тейеш. Хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстар яҡынса дүрт миллиард һум! Башҡортостанда ла иҫәпләшеүҙән ҡасыусылар байтаҡ.
Белгестәр октябрҙән үҙ көсөнә инәсәк «Хеҙмәт кодексы»ндағы үҙгәрештәр эш биреүселәрҙең ҡулдарына бығау һаласаҡ тигән ҡарашта. Яңы ҡануниәткә ярашлы, намыҫһыҙ ойошма-предприятие етәкселәре штрафты байтаҡҡа күберәк түләйәсәк. Закон боҙоуҙар ҡабатлана икән, өс йылғаса эштән бушатылыу ихтималлығы ла бар. Бынан тыш, түләнмәгән эш хаҡына өҫтәлгән проценттар ҙа артты.
Йыл башынан ғына Башҡортостан дәүләт Хеҙмәт инспекцияһына ярҙам һорап алты меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, ведомствоның вәкәләттәре лә арта. Хәҙер хоҡуҡ боҙоу хаҡында килгән мәғлүмәткә таянып та инспекторҙар пландан тыш тикшереүгә сыға аласаҡ. Шулай уҡ ойошманың ҡайһы төбәктә теркәлеүенә ҡарамаҫтан, граждандар йәшәү урындары буйынса хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлап судҡа мөрәжәғәт итә ала.
Рәсәйҙең «Енәйәт кодексы»на ярашлы, хеҙмәт  хаҡы ике айҙан ашыу түләнмәгән осраҡта ғына предприятие-ойошма етәкселәренә енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Ҡайһы бер эш биреүселәр был етешһеҙлекте файҙаланып хеҙмәткәрҙәргә  ике айға бер генә эш хаҡы түләй  ине. Ә бит ипотекаһы, кредиттары булған кешегә аҡса ай һайын кәрәк.  Бынан ары бындай башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуйылмаясаҡ.  Етәкселәрҙең хәйләһе асыҡланған осраҡта ҙур күләмдә штраф ҡаралған. Шулай уҡ эш хаҡы менән аванс түләү ваҡыты арауығы ун биш көндән дә күберәк булырға тейеш түгел. Бығаса «ярты айға бер» схемаһы буйынса түләүҙәр башҡарылған.
Граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән был етди аҙымдар ҡайһы бер бәләкәй предприятие-ойошмаларҙың «күләгә»гә китеүенә килтереүе лә ихтимал. Белгестәр билдәләүенсә, эш хаҡының бер өлөшө конверттарға ла күсеүе мөмкин. Әлбиттә, күп нәмә хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренән дә тора. Закон боҙоуҙарҙы күрәләтә ҡабул итеү - илдәге иҡтисадты алға этәрмәйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика