Аҙна яңылыҡтары. Өфө һәм Белорет ҡалалары араһында тиҙ йөрөшлө электричка йөрөйәсәк

Аҙна яңылыҡтары. Өфө һәм Белорет ҡалалары араһында тиҙ йөрөшлө электричка йөрөйәсәк 17.09.2017

Ул ике араны ни бары дүрт сәғәттә үтер тип көтөлә. Ғәмәлдәгеһе был юлды кәм тигәндә һигеҙ сәғәттә үтә. Яңы электричка республикаға  туристар килеүен бермә-бер арттырыуы ихтимал. Һәр хәлдә төбәктә туризмды үҫтереү программаһын төҙөүселәр шулай тип ышана. Бөгөн документ хөкүмәт ултырышында ҡабул ителде.

Өфө-Инйәр араһында йөрөгән электричка тотош республикала иң популяр бәйләнеш тиергә лә мөмкин. Беренсенән ул, автомобиль юлы бөтөнләй булмаған Белорет районы ауылдарынан цивилизацияға сығыу  өсөн берҙән-бер транспорт булһа, икенсенән Иҙел башының  мәғрур тауҙарын артылырға , йылғаларында һалда ағырға туристар тап электричка менән йөрөй. Ләкин уның һәр бер ауылда тиерлек туҡтауы арҡаһында юл йөрөү ваҡыты биш сәғәткә һуҙыла. Тимер юлынан тиҙ йөрөшлө электричка ебәреү туристар һанын күпкә арттырыр, тип ышана белгестәр.
Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Электричка ике ерҙә генә туҡтаясаҡ. Өршәктә туҡтап самолет менән килгән туристарҙы алһа, Инйәрҙә тауға артылыусыларҙы төшөрөп ҡалдырасаҡ. Артабан Белорет һәм Абҙаҡ туҡталыштары. Унда тау саңғыһы менән шөғөлләнеүселәр өсөн бөтә уңайлыҡтар бар».
Туҡталыштар кәметелеүе электричканың юлға киткән ваҡытын 4 сәғәткә тиклем кәметәсәк. Тимер юлының  ҡыш көнө иң хәүефһеҙ транспорт булыуын иҫәпкә алғанда уға һорау ҙур буласаҡ, ти белгестәр. Юғары тиҙлекле состав ноябрь аҙаҡтарында йөрөй башлар тип көтөлә. Сөнки тап ошо ваҡытта Белорет тауҙарына саңғы шыуырға барыусылар арта. Хәҙер вокзалдан трансфер ойоштороу, инфраструктураны яҡшыртыу мөһим.
Тиҙ йөрөшлө электричка ебәреү туризмды үҫтереү программаһының бер өлөшө генә. Киләһе биш йылға иҫәпләнгән документ тармаҡты кластерҙар менән үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, «Урал легендалары» кластерына  бер нисә таулы район инә һәм ундағы туризм да берҙәм көс менән алып барылырға тейеш. Ошо рәүешле туристарға күрһәтелгән хеҙмәт күләмен 26 миллиард һумға еткереү күҙаллана.
Программаны финанслауға 500 миллион һум сығым ҡаралған. Ләкин  туризмдан алынған килем күпкә юғарыраҡ булыр тип көтөлә. Сөнки республиканың был сығымдарҙы аҡларлыҡ мөмкинлектәре ҙур. Уны тейешенсә файҙалана белергә генә кәрәк, тине төбәк етәксеһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика