Аҙна яңылыҡтары. Эшсе һөнәрҙәр һис шикһеҙ кәрәк

Аҙна яңылыҡтары. Эшсе һөнәрҙәр һис шикһеҙ  кәрәк 14.05.2017

Ләкин уларҙың әлеге хәлендә түгелдер, моғайын. Мәҫәлән, беҙҙә балта оҫтаһы һаман да балта тотоп йөрөһә, сит илдәрҙә бит күптән компьютерҙа  проекттар эшләп шуны станоктарҙа ғына сығартып алалар. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшсе һөнәрҙәр ҙә заман талаптарына яраҡлаштырылған булырға тейештер. Юғиһә, ялан эштәренә тип ҡеүәтле комбайндар алып ҡайтабыҙ ҙа,  руль артына, хатта руль артына ла түгел, ә джойстик артына ултыртырға белгес таба алмай аҙапланабыҙ. ДТ-75 -кә рәхим ит, һәр ауыл егете ултырып йөрөй ала, ә сит илдекенән ҡурҡалар.

Заманында Урал аръяғында гөрләп торған, тиҫтәләрсә эшсе һөнәрҙәр тәрбиәләгән  билдәле мәғариф учреждениеһы . Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға, комбайнсы һөнәрен өйрәтеүгә арнаған замандашыбыҙ Леонид Тихонов һөнәрселек училищеһының бөгөнгө хәленә тыныс ҡына ҡарай алмай. Ваҡытында әлегеләй емерелеп ятҡан техниканы күреү түгел, күҙ алдына килтереп тә булмаған.
Халыҡта киң билдәле 93-сө һөнәрселек училищеһы -хәҙерге Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалын әле танырлыҡ та түгел. Учреждение биләмәһенең ике осонда ятҡан тимер-томор өйөмдәре, һүтеп ташлаған ауыл хужалығы техникалары, ҡыйыҡһыҙ биналарҙың ярыҡ тәҙрәләре...  Ҡотһоҙ урынға уҡыусылар ҙа бында килеүҙән тартына. Быйыл мәҫәлән, тик өс һөнәргә тиклем генә ҡалдырылған.
Тимәк, тап ошо эшсе һөнәрҙәрҙең кәмеүенә килтерә. Ә республика ауыл хужалыҡтары кадрҙар етмәү мәсьәләһен күтәрә. Юғары уҡыу йортон тамамлап килгән белгестәрҙең дә белем кимәле менән маҡтанырлыҡ түгел, ти белгестәр. Сөнки практик тәжрибә етмәй. Эшсе һөнәрҙәрҙең юғалыуы ауыл хужалығы тармағына проблема тыуҙырмай ҡалмай. Быға бәйле, 2012 йылда Рәсәйҙә эшсе һөнәрҙәрҙе күтәреүгә ҡоролған «Ворлдскиллс» хәрәкәте башланғыс ала. Ә республикала ул былтыр барлыҡҡа килгәйне. Һөнәр эйәләренә ҡарата иғтибарҙы арттырыу, абруйын күтәреү чемпионат рәүешендә үтә.  
Совет осоронда эшсе һөнәрен үҙләштереү абруйлы була. Бөгөн сығарылыш синыфы уҡыусылары башлыса юғары уҡыу йорттарына ынтыла. Сер түгел, бөгөн Башҡортостан хеҙмәт баҙарында тәҡдим ителгән вакансияларҙың яҡынса 75 проценты - эшсе һөнәрҙәр. Иғландарҙан күренеүенсә, мәҫәлән, ташсы менән асфальт һалыусыларға хеҙмәт хаҡы 35 мең һумдан да түбән түгел. Махсус белемең генә булһын. Сығарылыш синыф уҡыусылары был хаҡта хәбәрҙар түгел, күрәһең. Теләктәре - түләп булһа ла юғары уҡыу йортон тамамлау.
Балаларҙы эшсе һөнәрҙәргә өйрәтеү юҡ кимәлдә тип әйтергә әлегә тел әйләнмәй. Заманса технологиялар үҫешкән ваҡытта эшсе һөнәрҙәргә һөйөүҙе улар компьютер аша ала. Мәҫәлән, 3Д принтер ярҙамында балалар тәүҙә идеяны компьютерҙа йыйып, һуңынан баҫтырып сығара.
Альберт Мөхийәров, республика балалар мәғариф технопаркы директоры урынбаҫары: «Тәү сиратта балаларҙы был дәрестәр интеллектуаль йәһәттән үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ябай уйын аша  төрлө асыштар уйлап сығара ала. Машина етештереү сәнәғәтенә һөйөү уятыу мөмкинлеге лә бар. Тап ошо түңәрәктәр аша буласаҡ инженер, технолог кеүек һөнәрҙәргә һөйөү  һалына тиергә мөмкин».
Тимәк, ихтыяж буласаҡ әле тип әйтер инек, замандың үҙгәреүенә бәйле, киләсәктә әлеге һөнәрҙәрҙең бөтөнләй юҡҡа сығыу ихтималлығы ла бар. Кем белә, бәлки һөнәрселек училищеларында күҙәтелгән  хәл дә шуға ишаралыр?!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку