АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Элегерәк хөкүмәт бушлай торлаҡ, ер бүлгән, төҙөлөш материалдарын да өләшкән

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Элегерәк хөкүмәт бушлай торлаҡ, ер бүлгән, төҙөлөш материалдарын да өләшкән 09.10.2016

Ғөмүмән, йәш ғаиләләргә тормош башлап китеүе күпкә еңелерәк булған, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.  Шул уҡ ваҡытта тырыш һәм ныҡыш йәштәрҙән ерен  программа менән бушлай алдым, процентһыҙ  кредит бирҙеләр, торлаҡ төҙөү өсөн  бушлай миллион һум аҡса тотторҙолар тигәндәрен дә күп тапҡырҙар ишеткәнем бар. Ҡалала йәшәүселәргә ундай ташламалар юҡ әле, тип көнләшеп тә ҡуяһың. Дөрөҫ, бер шарты бар. Ауылда, бюджет өлкәһендә, йә булмаһа аграр тармаҡта эшләүең мөһим. Хәйер, төпкөлдә тағы ла ҡайҙа эшкә бараһың инде. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ ҡыйығыңды ҡороу өсөн хәҙер ҙә мөмкинллектәр күп. Ғариза яҙҙым да көтөп ятыу түгел, йөрөргә генә кәрәк.

Икенсе синыфта уҡыусы Айназ дәресте бүлмәһендә әҙерләй. Динараның да үҙ мөйөшө. Уларҙы кескәйҙәр теләктәре буйынса матур итеп йыһазландырғандар. Балаларҙың хыялы былтыр тормошҡа ашҡан. Йәш ғаилә  йорт төҙөп ингән. Быға тиклем бер бүлмәле фатирҙа йәшәгән Ғөбәйҙуллиндар иркен, ҙур йортҡа күсенеүҙәренә һөйөнөп бөтә алмай. Ғаилә башлығы «Үҙәк» дәүләт унитар предприятиеһында хисапсы, хужабикә балалар баҡсаһында эшләй.
«2014 - 2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы, ғаиләгә 900 мең һум күләмендә субсидия бүленгән. Бушлай бирелгән егерме сутый ер участкаһында үҙҙәре йорт күтәргән. Ике йыл эсендә гараж, мунса ла һалғандар.
Биҫтәлә 265 йорт һалынған. Юлдар, газ, һыу һәм электр үткәреү ҙә проектҡа ярашлы башҡарыла. Илеш районының  тағы Түбән Сереккүл ауылын үҫтереү проекты буйынса 98 ғаилә торлаҡлы  буласаҡ.  Биҫтәлә быйыл балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла, социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү ҡаралған.
Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының федераль маҡсатлы программаһы субъекттарҙа ауылдарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән.  Башҡортостан башҡа төбәктәр араһында иң ҙур күләмдә ярҙам ала. Быйыл республикаға 900 миллион һум аҡса бүленгән. 430 ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.  Проект  бушлай ер участкалары, ғаиләләге кеше һанына ҡарап субсидия бүлеү һәм инженер селтәрҙәре инфраструктураһын булдырыуҙы күҙ уңында тота.  
Юрий Лысов, Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары: «2014 - 2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә , республикала өс йыл эсендә 1800 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Проект буйынса республикала  йыл һайын фельдшер-акушер пункттары ла төҙөлә. Урындағы үҙидара органдар халыҡты йыйып  осрашыу үткәрә һәм уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып ниндәй социаль учреждение  кәрәклеген асыҡлай».  
Яңы  төҙөлгән биҫтәләрҙе ысын мәғәнәһендә хыялдағы ауыл тип атарға була.  Мәләүез районының Тамъян ауылында  проект сафҡа ингән, шулай уҡ киләһе йылда Әлшәй районында  программа тормошҡа ашырылыр тип көтөлә. Туймазы районының Ғафур ҡасабаһында  500 ғаиләгә ер участкалары бүлеп бирелгән.  
Проект  буйынса ауылдарҙа һыу һыуҙырғыс станциялар төҙөлә һәм ремонтлана. Туймазы районында 3 мең кешене һыу менән тәьмин итеүгә иҫәпләнгән станция файҙаланыуға тапшырыласаҡ. «Дуҫлыҡ»та балалар баҡсаһы һалынған, әле мәктәпкәсә учреждениены биҙәкләү эштәре башҡарыла. Спорт коплексы төҙөү ҡаралған.  
Программаға ярашлы,  йәшәү  шарттарын яҡшыртыуға иҫәптә торған ғаиләләр ярҙам ала, сығымдар федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленә. Бушлай ер участкалары башлыса ауыл хужалығы тармағында һәм бюджет өлкәһе белгестәренә  бирелә.    
Күләмле проект ауылдарҙы үҫтереү һәм  торлаҡ алыуға сиратты кәметеүгә, яңы эш урындары булдырыуға,  иң мөһиме  урбанизация заманында йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға булышлыҡ итә. Ошо маҡсатта ул 2020 йылға тиклем оҙайтылған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку