Аҙна яңылыҡтары. Дәүләт Думаһы депутаттары ипотекаһы булғандарҙы эштән бушатыуҙы закон нигеҙендә тыйырға тәҡдим итә

Аҙна яңылыҡтары. Дәүләт Думаһы депутаттары ипотекаһы булғандарҙы эштән бушатыуҙы закон нигеҙендә тыйырға тәҡдим итә 20.11.2016

Дөрөҫ, штат ҡыҫҡарған йәки аттестация үтмәгән осраҡта ғына. Йәғни, эшкә йөрөмәй, хеҙмәт кодексын үтәмәй мине ҡыуырға ярамай тип ҡотолоп булмаясаҡ. Һәм ипотека тәүге тапҡыр алынған булырға тейеш.

Илдә ҡатмарлы иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, эш урындарынан ҡыҫҡартылыуҙар барған осорҙа банктар алдында яуаплылығы булған граждандарҙы закон нигеҙендә яҡлау урынлы булыр ине, ти закон проекты авторҙары. Айырыуса, яңы ғаилә ҡороп, ипотекаға инеп торлаҡ шарттарын яҡшыртып саҡ тормош башлаусы йәштәр эшенән ҡыҫҡартылған осраҡта ауыр хәлдә ҡала. Һөҙөмтәлә бурыс йыйыла, ғаилә тарҡала, хоҡуҡ боҙоуҙар арта.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку