АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Быйыл 11 ай эсендә республикала 9 меңгә яҡын кеше эштән ҡыҫҡартылған

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Быйыл 11 ай эсендә  республикала 9 меңгә яҡын кеше эштән ҡыҫҡартылған 17.12.2017

Бер аҙнала ғына Өфөлә йәшәүсе  372 кеше хеҙмәт урынһыҙ  ҡалған, бер меңгә яҡыны тулы булмаған эш режимына күсерелгән. Эштән бушатылғандарҙың яртыһы  баш ҡаланың мәшғүллек үҙәге ярҙамында вакансия тапҡан. Ҡалғандарының яҙмышы билдәһеҙ.

Тик бына шуныһы башҡа һыймай. Эш юҡ тибеҙ, ә предприятиелар хеҙмәткәрҙәр таба алмай. Бәлки, бик һирәк һөнәрҙәрҙер, әммә шулай ҙа. Эшләйем тигән кеше әмәлен таба. Квалификация үҙгәртә, хатта, яңы һөнәр үҙләштерә. Бигерәк тә ауылдарҙа заман талаптарына яраҡлашырға ашыҡмайбыҙ. Сит төбәктәргә барып ағас йығыуҙы хуп күрәбеҙ. Көньяҡ райондарҙа  халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү маҡсатында байтаҡ теген цехтары асылды. Хәҙер килеп унда эшләрҙәй кеше юҡ тип ситтән саҡырталар. Урындағы халыҡ эшләргә теләмәйме, әллә хужаларға шулай отошломо?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку