Аҙна яңылыҡтары. Былтыр республикала 24 мең яңы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары барлыҡҡа килгән

Аҙна яңылыҡтары. Былтыр республикала 24 мең яңы бәләкәй һәм урта  эшҡыуарлыҡ предприятиелары барлыҡҡа килгән 28.05.2017

Вәт, хәҙер йәшәй башлаясаҡбыҙ, вәт, байырбыҙ инде хәҙер, иҡтисад сүпрәлә  үҫәсәк тиерһегеҙ. Ашыҡмай тороғоҙ...19 мең эшҡыуар үҙ эшен туҡтатҡан. Хәйер, иҡтисади көрсөк көслө йылдарҙа  ябылыусы предприятиелар яңы теркәлгәндәргә  ҡарағанда күберәк тә булды.  Республикала әле 136 мең урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары иҫәпләнә. Тимәк, мең кешегә 30 эшҡыуар тура килә. Был һан бик аҙ, ти белгестәр. Йүнселдәрҙе арттырыу, тармаҡты үҫтереү  мәсьәләләре  эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә уҙғарылған сараларҙа өйрәнелде.

Әле тотош Рәсәйҙә  халыҡтың үҙ мәшғүллеген тәьмин итеү, йүнселлеккә ылыҡтырыу сәйәсәте алып барыла. 2020 йылға тиклем ил халҡының 60-70 процентын шәхси эшҡыуарлыҡҡа  йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылған. Беҙгә был бурыстарҙы үтәү ауырға тура килер инде. Әлбиттә, бер кем дә иҫбатламаған, әммә, башҡорттарҙа йүнселлек һыҙаттары юҡ тип баралар. Шул уҡ туғандаш татар халҡы менән сағыштырғанда ла... Башҡорт бит йәнлеккә, ҡаҙылма байлыҡтарға, урманға, емеш-еләккә бай ергә төпләнеп шуның менән ҡәнәғәт булып тик йәшәгән. Береһенә лә баш эймәгән, бил бөкмәгән, ялланмаған. Шуға йүнселлек һыҙаттары ла юҡтыр инде. Шулай ҙа баҙар шарттары үҙенекен итә. Башҡорттар күпләп төпләнгән Өфө эргәһендәге Шамонин ауылын да хәҙер эшҡыуарлыҡ ауылы тип тә йөрөтәләр икән. Унда береһенән-береһе күреп ниндәй ҙә булһа кәсеп үҙләштереп, үҙ эшен ойоштора башлаған. Тимәк, әсетке һалынған.
Ә күңелгә ятышлы шөғөлдө  тормош рәүешенә лә, килем сығанағына ла әйләндерергә мөмкин. Теләк кенә булһын. Шамонин оҫтаһы булып танылған Ләйсән Ҡәҙерғәлина ла һөнәре буйынса ашнаҡсы ла, кондитер ҙа  түгел, педагог-дизайнер. Ә  торт-капкейкалар бешереүгә  осраҡлы тотона. Өсөнсө ҡыҙы менән декрет ялында ултырғанда бала саҡтан бешерергә яратыуы ла, биҙәү һәләте лә ярап ҡала. Тәүҙә күрше-тирә, дуҫтары, таныштары заказ бирә. Ә фотоларҙы интернет селтәренә ҡуйғас һорау тағы  күбәйә. Хәҙер Шамонинда Ләйсәнде белмәгән кеше юҡ,  байрам ваҡыттарында уға  тәүлек әйләнәһенә плитә төбөндә тоторға тура килә, йәш әсә оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә. Был кәсеп ғаиләгә табыш та килтерә башлай. Әле Ләйсән Өфөлә ҡуртымға бүлмә алып эшҡыуарлыҡа тәүге аҙымын яһай.
Ауыл булғас, өй янындағы  ихатаһы ла, баҡсаһы ла бар. Ә бына еләк-емеште, йәшелсәне ултыртыу өсөн ерҙе һөрөргә  кәрәк. Тәүге йылдарҙа халыҡ  тракторҙы ситтән эҙләһә, хәҙер Шамонинда йәшәүселәргә алыҫ йөрөргә кәрәкмәй. Трактор ауылда бар. Әлбиттә, Шамилдың төп эшенән бушауын бер аҙ көтөргә кәрәк, уның ҡарауы  ерҙе һә тигәнсе эшкәртеп тә бирә. Кешегә лә файҙа, трактор хужаһына ла килем.  Күп балалы ғаилә өсөн аҡса артыҡ түгел.
Лениза Йәғәфәрова ла эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен үҙләштерә, Шамонинға күскәндән алып.  Быйыл ул өс мең үҫенте ултыртып һатыуға сығарған. Яҙ был тауарға ихтыяж ҙур. Һәр бер кешенең баҡсаһы бар, ә бына үҫенте  тәрбиәләргә ваҡыт етеңкерәмәй, күптәр көнө буйы эштә. Ә Лениза декрет ялында,  йәш әсәгә был кәсеп оҡшай ҙа, ваҡыт та тиҙерәк үтә, кеҫәгә аҡса ла инә. Киләсәктә теплица майҙанын тағы киәйтергә, был шөғөл менән ныҡлап шөғөлләнергә уй бар, ти хужабикә.
Шамонин ауылында суши эшләп, манты, билмән, пица бешереп һатыусылар ҙа, һалма, туҡмас ҡырҡыусылар ҙа  бар. Үҙҙәренең адвокаты, парикмахеры, косметологы, репетиторы.  Ә төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ, берәү газ, электр, канализация үткәрә, икенсеһе тимерҙән ҡойма, өсөнсөһе ағас әйберҙәр тәҡдим итә. Тауыҡ ите йәки йомортҡаға өйҙән ултырып ҡына заказ бирергә мөмкин, хатта бәшмәк үҫтереп һатыусылар ҙа бар.  Бында йылдар буйы астан үлерлек түгел, ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камалов.
Заман теле менән әйткәндә, бында эшҡыуарҙар йорт аша. Әлбиттә, бер ауыл эсендә. Шул уҡ ваҡытта сюжетҡа геройҙар табыу еңел булманы. Сөнки беҙҙең халыҡ баҙар шарттарына һаман яраҡлашып бөтә алмай, аҡса эшләүҙән  оялыу тойғоһо йәшәй.  Берәү ер эшкәртеп аҡса эшләүе хаҡында  интервью бирергә теләмәүен фән кешеһе булыуы менән аңлатһа, икенсеһе бөтә Башҡортостанға рисуай итергә уйлайһығыҙ тип белдерҙе.  Күрәһең, беҙҙең менталитет шулай, етеш йәшәргә ынтылыу мәсхәрә, хурлыҡ һанала. 30 йылға яҡын үҙ бизнесын алып барған Дамир Аллаяров әйтеүенсә, тәрбиәне мәктәп партаһынан уҡ башларға кәрәк, юғиһә, һөҙөмтә булмаясаҡ.
Үҙ эшеңде асыу йәки төп эшенән тыш яратҡан шөғөлө ярҙамында аҡса эшләүе  бик ыңғай күренеш. Сөнки беҙ бөгөн баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Сит илдәрҙе алып ҡараһаң,  күп ауылдар ошондай уҡ тормош алып бара, һәр өйҙә эшҡыуар, улар бер-береһенең продукцияһын алып көн итә. Тәжрибәле йүнселдәр фекеренсә,  бизнес ул икенсе көндә үк сереп байыу, аҡса эшләү сығанағы түгел, тәү сиратта эске азатлыҡ, үҙ-үҙеңә хужа булыу тойғоһон бирергә тейеш.  Икенсенән,  эшҡыуарҙары күберәк булған милләт көслө лә, ныҡ та була. Ә Шамонин ауылы миҫалынан күренеүенсә, беҙҙә әле ошо ҡатлам аяҡҡа баҫыу осоро ғына кисерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку