АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Биткоинға хаҡтар төшә, ә бына автомобилдәргә арта ғына

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Биткоинға хаҡтар төшә, ә бына автомобилдәргә арта ғына 24.12.2017

Ниңә аптырайһы, Яңы йыл алдынан бөтә нәмәгә хаҡ күтәрәләр тиерһегеҙ. Дөрөҫ, аҙыҡ-түлеккә, башҡа әйберҙәргә шулай. Тик бына машиналарға бит байрамдарҙа яҡшы ғына ташламалар бирә инеләр, ә быйыл юҡ. Ул ғына ла түгел, эт йылынан башлап хаҡтар бөтөнләй тешләшә башлаясаҡ тип тә ҡурҡыталар. Кәм тигәндә 15-20 процент өҫтәләсәк тиҙәр. Ысынмы, бушмы, әммә автосалондар әле үк бик дорфа ғына һөйләшә клиенттар менән. Йәнәһе лә, ташлама һорамағыҙ, былай ҙа арзан әле. Нимәгә бәйле был  мөнәсәбәт һәм ни өсөн Яңы йыл алдынан күнегелгән ташламалар юҡ?

Яңы йылға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Барса халыҡ яҡындарына бүләк һайлау, табынға аҙыҡ-түлек алыу менән мәшғүл. Башҡа йылдарҙан айырмалы,  быйыл хатта, автосалондарҙа ла сират хасил булды. Әйтерһең дә, дилерҙар башҡа һыймаҫлыҡ ташлама тәҡдим итә. Баҡтиһәң, киреһенсә.
Риф Мөхәмәҙиев: «Машина алырға ҡабаланмай инем. Әммә, хаҡ артасағын ишеткәс тә, ғаилә менән кәңәшләшеп Яңы йылға тиклем яңыртып ҡалырға тип килештек».
Халыҡтың борсолоуы аңлашыла. Рәсәй сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы ил хөкүмәтенә яңы йылдан утилләштереү йыйымын ике тапҡырға арттырырға тигән тәҡдим менән сыҡты. Документ әле ҡарала ғына. Әммә финанс аналитиктары әленән ук, Яңы йылдан автомобилдәргә хаҡ артасаҡ, тигән фекерҙә.
Руслан Вәлиев, финанс аналитик: «Утилләштереү йыйымын арттырыу, әлбиттә дилерҙарҙың хаҡ сәйәсәтендә сағыласаҡ. Шулай ҙа, автомобилдәрҙең ҡиммәтләнеүе бер нисә факторға бәйле. Ул акциз, нефть хаҡы һәм инфляция. Шуның өсөн, нисек кенә булмаһын хаҡтар артасаҡ. Күпмегә икәнен әле аныҡ ҡына бер кем дә әйтә алмай».
Утилләштереү йыйымы 2012 йылда булдырылды. Ул сафтан сыҡҡан һәм иҫке автомобилдәрҙе тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй эшкәртеүҙе күҙ уңында тота. Йыйым һәр автомобилгә бер тапҡыр ғына түләнә. Двигатель күләме 2 литрҙан кәм булғандарына 20, ҡеүәтлерәктәренә 85 мең һум менән билдәләнгән. Ведомство әҙерләгән документ хуплау тапҡан осраҡта, был  һандар ике тапҡырға артыуы ихтимал. Сумма  автомобиль заводтары иңенә төшәсәк. Ә инде етештереүселәрҙең был сығымдарҙы кем иҫәбенә компенсациялауы көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа  Рәсәй сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы утилләштереү йыйымының артыуы хаҡында рәсми аңлатма биреүҙән баш тартты. Кемгә ышанырға һуң был осраҡта. Яңы йылды көтөргә генә ҡала.
Хәйер, халыҡ күпләп алған машиналарға хаҡ күтәрелмәҫ, тип тынысландыралар. Был мөһим фактор. Сөнки, Рәсәйлеләрҙең күпселек өлөшө теләген ситкәрәк ҡуйып, урта класслы автомобилдәрҙе  һатып алырға мәжбүр.
Ә, зауыҡлыларына килгәндә, хаҡтар утиль йыйымдарына ғына  бәйле түгел.
Максим Спиридонов, автосалон  директоры: «Беренсенән, беҙҙең автомобилдәргә хаҡ завод тарафынан көйләнә. Әле арттырырға тигән күрһәтмә булманы. Икенсенән, беҙҙең клиенттар хаҡтарға иғтибар итеп бармай. Шуның өсөн үгәрештәр булһа ла, беҙ – әҙер».
Автомобиль төрлө материалдан торған ҡатмарлы механизм. Бизнес класмы ул, экономмы, ҡасан да булһа иҫкерәсәк. Үкенескә ҡаршы, ТИМЕР атты һуғымға тотоноп булмай. Шуның өсөн тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереп ултырған ташландыҡ машиналарҙы тәрән эшкәртеү кәрәклеге килеп тыуа.
Ярай әле инвесторҙар бар. Японияның  Arai Shoji Co компанияһы Алыҫ Көнсығышта Рәсәйҙә беренсе автомобилдәрҙе тәрән утилләштереүсе завод төҙөйәсәк. Тимер, резина, пластмасса, туҡыма. Ойошма автомобилдәге бөтә деталдәрҙе лә эшкәртәсәк. Япондарға һоҡланаһы ғына ҡала. Хәҙер беҙгә машиналар һатып ҡына түгел, уларҙы утилләштереп тә аҡса эшләү мөмкинлеген тапҡандар. Ә беҙҙекеләр автомобиль эшләй белмәгәнгә күрә, исмаһам, үтилләштерергә ҡасан өйрәнер?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку