Аҙна яңылыҡтары. «Башнефть» компанияһының дәүләт иҫәбендәге акциялары һатылды

Аҙна яңылыҡтары. «Башнефть» компанияһының дәүләт иҫәбендәге акциялары һатылды 16.10.2016

Ҡайһы берәүҙәр хөкүмәтте аңлап һүкте, бәғзеләре күпселеккә ҡушылып ҡаңғырыуҙан ары китә алманы. Эштең айышына төшөнмәгәндәргә «Башнефт»тең Рәсәй милегендә булған 50 процент һәм бер акцияһы һатылыуын әйтер инем. Республика ҡарамағына ҡайтарылған 25 процент һәм бер акцияға теймәнеләр. Ул әле халыҡ мәнфәғәтенә эшләүен дауам итә. Шулай ҙа федераль үҙәктең өлөшө һатылыуы ла беҙгә файҙаға түгел. Әле үк Башҡортостанда башҡарылған социаль йөкләмәләрҙән баш тарталар, спорт командаларын финанслауҙы туҡтаталар,  «Башнефть» исемен дә һаталар икән,тигән имеш-мимештәр йөрөй. Акцияларҙың шәхси ҡулдарға күсеүе ниндәй эҙемтәләргә этәрер? Башҡортостан ҡаҙнаһы күпме аҡсанан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал?

12 октябрҙән «Башнефть» компанияһының 50,08 процент акциялары «Роснефткә» күсте. Шулай итеп Башҡортостан сәнәғәт тармағы тарихының сираттағы сәхифәһе асылды. Республиканың нефть сығарыу һәм эшкәртеү комплексын дәүләт милкен хосусилаштырыу программаһына индереү тураһында һүҙ май айында башланды. Владимир Путин Указы менән компанияны стратегик предприятиелар исемлегенән сығарҙы, 10 көндән ул шәхси ҡулдарға тапшырыу планына индерелде. «Башнефтте» һатып алыу теләген тиҫтәгә яҡын компания белдерҙе. Белгестәр улар араһында иң етди дәғүәсе тип «Лукойл» менән «Татнефть»те атаны.
«Башнефть»тең акцияларын һатып алыу хоҡуғы Игорь Сечин идара итеүсе «Роснефт»кә бирелгәндән һуң, ваҡиғалар үҫеше тағы тиҙәйә төштө. Дәүләт иҫәбенә Башҡортостан нефтянкаһы өсөн тейеш 330 миллиард һум самаһы аҡса күскәс, милектең яңы эйәләре ысын мәғәнәһендә хужаларса ҡыланды. Интернет селтәрендә сағылыш тапҡан ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, «Башнефт»тең Мәскәүҙәге һәм Өфөләге офистарына етди ағайҙар килеп документтарҙы сығара башлай. Процедура барышында биналарҙы хатта,  интернет селтәренән дә ҡырҡҡандар тиеүселәр бар. Ләкин был ниндәйҙер кимәлдә лирика, республика халҡын тәү сиратта төбәк матди сығымдарын юғалтмаҫмы тигән һорау борсой. Белгестәр был тәңгәлдә әле аныҡ ҡына яуап биреп булмай тигән фекерҙә.  
Башҡортостан Xөкүмәте ҡулында «Башнефттең» 25 процент һәм бер акцияһы ҡала. Улар буйынса республика ҡаҙнаһына дивидендтар килеүен дауам итәсәк. Ҡайһы бер белгестәр уларҙың күләме артыуы бар тигән фекер ҙә белдерә.  
Рөстәм Ахунов, БДУ-ның иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институты етәксеһе, иҡтисади фәндәр кандидаты: «Әгәр ҙә «Башнефть» заем аҡсаһына һатып алынған булһа, компания килеме артабан уны түләүгә китеп торор ине. Роснефть иһә илдең сәнәғәт тармағында иң эре компанияларҙың береһе, финанс торошо ла яҡшы, килешеү буйынса тейеш аҡсаны улар хатта ваҡытынан алда күсерҙе. Шуға ла акционерҙарға, шул иҫәптән Башҡортостанға түләнәсәк дивидендтар кәмергә тейеш түгел»
Ләкин әлегә кире күренеш күҙәтелә. «Башнефт»те «Роснефть» һатып аласаҡ тигән рәсми мәғлүмәт килеп сыҡҡандан һуң, уның акциялары яҡынса 10 процентҡа арзанайҙы. Был ҡулдарында «Башнефть»тең акциялары булған кешеләр уларҙы осора башланы тип тә аңлатыусылар бар. Йәнәһе, эре акционерҙар аҡсаларын юғалтмау ниәтендә артабан да ҡиммәтен юғалтасаҡ активтан ҡотола башлаған. «Роснефт»тә иһә был күренеште ғәҙәти тип атайҙар, компанияның рәсми вәкиле Михаил Леонтьев элек акциялар хаҡы спекулянттар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә артҡан тип аңлата, хәҙер бындай мөмкинлек юҡ. «Башнефть» Сечиндың компанияһына һатылыуы ла күп һорау тыуҙырғайны. Хосусилаштырыуҙа тик шәхси компаниялар ҡатнашырға тейеш, ә «Роснефть» дәүләт ҡатнашлығындағы предприятие. Ләкин был күләмле килешеүгә барыбер ҡамасаулай алманы. Үҙе лә хосусилаштырыу планына ингән «Роснефт»те хәҙер ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып буласаҡ, ти белгестәр.
«Башнефть» Мәскәүгә киткәс төбәкте нимә көтә? Урындағы халыҡ эшен юғалтмаҫмы? Республика символы булған «Салауат Юлаев» хоккей клубы бағыусыһыҙ ҡалмаҫмы? «Медиакорсеть» сайты яҙыуынса, Рәсәй хөкүмәте компанияның директорҙар советына «Башнефть» шашка клубын тәьмин итеүҙе туҡтатырға кәңәш итә. Нисек кенә булмаһын, «Башнефть» аҙна эсендә генә закон менән ҡаралған торг ойошторолмайынса ла һатылды. Һәм компанияның төбәк үҫешенә артабан да өлөшөн индереүе республика етәкселегенең «Роснефть» менеджменты менән килешә алыуынан тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика