Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда Белорет районының Ҡағы һәм Әбйәлилдең Асҡар ауылдарын тоташтырған түләүле юл төҙөләсәк

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда Белорет районының Ҡағы  һәм Әбйәлилдең Асҡар ауылдарын тоташтырған  түләүле юл төҙөләсәк 10.09.2017

Республика Монополияға ҡаршы  федераль хеҙмәт менән судты еңде. Ведомство  етәкселеге фекеренсә, концессия нигеҙендә төҙөлгән проект дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ алымдарына тап килмәй. «Башдорстрой» компанияһы иһә проектты тормошҡа ашырыуҙа бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоу юҡлығын иҫбатланы.

Башҡортостанда түләүле юл төҙөлөшө  дәүләт һәм шәхси компанияларҙың берлектәге  иң күләмле проект. Уның хаҡы 14 миллиард һумға барып баҫа. Был күләмдең 25 проценты шәхси инвестициялар. Киткән сығымдарҙы аҡлау өсөн юлды түләүле итеү ҡарала.  70 саҡрымдан ашыу арауыҡты үтеү өсөн водителдәргә 130 һум тирәһе түләргә тура киләсәк. Әле яңы юл проектта ғына.  
Ринат Әбделмәжитов, Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Әлеге ваҡытта межалау эштәре бара. Төҙөлөш башланғанға тиклем байтаҡ ваҡыт үтәсәк. Юлды яҡынса 2030 йылдарға ғына файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Башҡараһы эштәр күп. Әгәр Стәрлетамаҡтан Ҡағы ауылына тиклем элекке юл булһа, Ҡағынан Асҡарға тау-таш араһынан өр яңы юл һалырға тура киләсәк».
Ҡағы менән Асҡарҙы тоташтырған юл Стәрлетамаҡ-Ҡағы- Магнитогорск трассаһы проектының бер өлөшө. Был юл сафҡа инһә ике төбәк араһында транспорт хәрәкәте, үҙ сиратында сауҙа итеү  мөмкинлектәре лә киңәйәсәк. Юл йөрөү ҙә күпкә ҡыҫҡара.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика