Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда алты төҙөлөш компанияһы бөлгөнлөк хәлендә

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда алты төҙөлөш компанияһы бөлгөнлөк хәлендә 04.02.2017

Был иһә  төҙөлә башлаған 19 йорт файҙаланыуға тапшырылмаясаҡ тигән һүҙ. Тимәк, йөҙләгән кеше үҙ фатирын ала алмай һәм түләнгән аҡсаларынан да ҡолаҡ ҡағасаҡ. Алданыусылар арта ғына.

Ә бит төҙөлөш компанияларының яуаплылығын мотлаҡ страховкалау алымы барлыҡҡа килгәс тишек шүмән янында тороп ҡалыусылар булмаясаҡ тигәйнеләр. Әлегәсә бер генә кешенең дә страховка ала алмауы асыҡланды. Хәҙер килеп яңы ҡағиҙә уйлап сығарҙылар. Төҙөлөш компаниялары өлөшләтә төҙөлөш килешеүе хаҡының бер процентын компенсация фондына күсерергә бурыслы. Яңылыҡ тағы ла фатир һатып алыусыларҙы талауға ғына ҡайтып ҡалмаҫмы? Төҙөүселәр киткән сығымдарын ябай һатып алыусылар иңенә япһарыры билдәле бит инде. Ярҙам итһә бер хәл дә.

"Дуҫлыҡ"  биҫтәһе, "Төҙөүселәр"  урамы. Был беҙ 2016 йылда төшөргән видеояҙма. Биҫтә  Иглин ҡасабаһына ингән ерҙә. Уны төҙөүсе "Башстройкомплект" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәүҙә   матур тормош вәғәҙә итә. Күркәм йорттар, балалар өсөн майҙансыҡтар, уңайлы комплекс. Тик барыһы ла хыялда ғына... Өлөшләтә фатир һатып алыусылар һаман да торлаҡһыҙ интегә. Ә килешеү буйынса,  йорт  2014 йылда уҡ тапшырылырға тейеш булған.

Хәҙер 2017 йыл... йорт әле лә һалынып бөтмәгән. Өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар ойошманы судҡа биргән һәм еңгән, әммә төҙөүсе компенсация түләргә ашыҡмай. 50 нән ашыу фатир өсөн бирелгән миллиондар ҡайҙа киткән? Асыҡланыуынса, "Дуҫлыҡ" комплексын төҙөүсе "Башстройкомлект" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте республикалағы  банкрот хәлендәгеләр исемлегенә индерелгән. Әле Башҡортостанда 158 компания  өлөшләтә торлаҡ  төҙөү менән шөғөлләнә. Алты төҙөүсе  банкрот хәлендә.Фатирлы булам тип аҡса түккән, ипотека алған  меңдәрсә кешеләр ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалырмы? Был проблема бөтә Рәсәй өсөн уртаҡ һәм уны хәл итеү өсөн 2014 йылда өлөшләтә торлаҡ төҙөү проектын страховкалауҙы индерҙеләр. Ләкин ул һөҙөмтә бирмәне. Әлеге көндә бер генә страховка ойошмаһының да  өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданған кешегә  аҡсаһын ҡайтарып биргән осраҡ юҡ. Мәсьәләне хәл итеүҙе дәүләт үҙ ҡулдарына алырға булды.

Өлөшләтә торлаҡ төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән  компенсация фонды республикала  быйыл март айынан булдырылыр тип көтөлә.  

Фондтың эшмәкәрлегенә килгәндә - һәр төҙөүсе компания  яңы һалынасаҡ объекты хаҡының бер процентын фонд иҫәбенә күсерә. Объектта эштәр  уңышлы тамамланһа, аҡса фондта ҡала. Көрсөккә терәлгән осраҡта дөйөм иҫәптән ул йә  йортто һалып  бөтөүгә йүнәлтелә, йә өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға түләнә.

Яңы закон буйынса көрсөккә терәлгән төҙөүсе компанияның бәләһе ҡалғандарының иңенә ята булып сыға.
Бер процент өсөн өҫтәмә сығымды компания  үҙ кеҫәһенән бүлеп бирмәүе билдәле. Фондҡа аҡса күсереү өсөн төҙөүсегә  йә үҙ килемен кәметергә, йә, торлаҡ хаҡын арттырырға  тура киләсәк.  
Тимәк, яңылыҡ ябай һатып алыусы кеҫәһенә һуғасаҡ.

Законға индерелгән яңы өҫтәмәгә ярашлы ,төҙөүсе ойошмаға талаптар ҙа  ҡәтғиләшә. Был өс көнлөк ойошмаларҙың халыҡтан аҡса йыйып һуңынан мутлашып уны елгә осормауы өсөн бик ҡулай! Яңы тәртип буйынса  йорт һалыусының устав капиталы ҙур булырға тейеш. 10 мең һумлыҡ устав менән объект һалыуға тотоноуға юл ҡуйылмаясаҡ.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусы 340 кеше иҫәпләнә. Был һан ысындағынан күпкә кәмерәк. Йылдар буйы торлағын көтөп ала алмағандарға тейешле инстанцияларға мөрәжәғәт итеүҙәре лә мөһим. Тик бына үҙгәреш буйынса  яҡлау закон ғәмәлдә ҡулланыла башлағандан һуң теркәлгән  объекттарҙа өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларға ғына ҡағыласаҡ.    

Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку