Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан күгендә өр яңы вертолет

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан күгендә өр яңы вертолет 02.04.2017

Күмертау авиация предприятиеһы көс структуралары өсөн тәғәйенләнгән  осоу аппараттарының тәүге икәүһен хужаһына тапшырҙы.  Ка-226 Т вертолеты быға тиклемгеләренән күпкә ыҡсымыраҡ һәм ул бәләкәй караптарҙың палубаһына ултыра ала. Идара итеү, йылғырлығы яғынан да  вертолет башҡа синыфташтарын  уҙҙыра.

Тап Ка-226Т менән бейеклеккә күтәрелеү буйынса яңы донъя рекорды ҡуйылған. Летчиктар ун мең метрға тиклем күтәрелгән. Был проектҡа Күмертауҙар ҙур өмөт бағлай. Етештереү ҡеүәте күпкә артыр, тип ышана улар. Әгәр ике йыл элек заводты ябыу тураһында һүҙ ҡуйыртылһа, хәҙер пилотһыҙ осоу аппараттары сығара башларға иҫәп тотола. Вертолет бейек осалыр ҙа, ә бына заводтың мөмкинлектәре ни тиклем юғары?
Ка 226 Т вертолетының халыҡ алдында тәүге сығышы. Уйынсыҡтай еңел осош, тамашасыға баш эйеү һәм тағы бер почетлы  әйләнешкә.  Тәүге минуттарҙан уҡ, хатта ябай күҙгә лә, осоу аппаратының еңеллеге һәм яҡшы идара ителеүе салына. Тиҙлек йәһәтенән дә вертолет күпкә етеҙерәк. Ә юғарыға күтәрелеү буйынса уға тиңдәр  юҡ.Тап ошо вертолет менән яңы донъя рекорды ҡуйылған. Летчиктар самолеттар оса торған коридорға-ун мең метрға тиклем күтәрелә алған.  Ә уңайлыҡ йәһәтенән һүҙ ҙә юҡ, ти улар.
Виталий Дорошин, летчик-һынаусы: «Быға тиклемге вертолеттар менән сағыштырғанда, Мерседес менән Жигули кеүек. Яңы вертолет күпкә ышаныслы һәм еңелерәк идара ителә. Икенсенән был аҡыллы техника. Идара итеүҙең яртыһын тиерлек үҙ өҫтөнә ала».
Вертолеттың төп үҙенсәлеге өйрөлтмәктәре йыйылмалы. Карапҡа ултырғанда был мөмкинлек төп өҫтөнлөккә әйләнә. Шуға ла Ка-226 Т осоу аппараты махсус хеҙмәттәрҙә сик буйын күҙәтеү, эҙләү-ҡотҡарыу эшендә файҙаланыласаҡ. Шулай ҙа Камов вертолеттарының ғорурлығы бер-береһенә ҡапма-ҡаршы әйләнгән ике винт.
Был винттарҙың аналогтары юҡ тиергә лә була. Уларҙы  тик Күмертау белгестәре генә ҡора белә. Элегерәк өйрөлтмәкте эшләү күп ваҡыт һәм сығымдар талап итһә, хәҙер эш күпкә еңеләйгән
Предприятиены модернизациялау эште күпкә йәнләндергән. Хеҙмәткәрҙәргә  ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ.  Заказды ваҡытында үтәү төп шарт
Күмертауҙың Камов вертолеттарын донъяның төрлө ҡитғаларында осратырға мөмкин. Улар хәрби, һаҡ, ҡотҡарыу, ут һүндереү, йөк күтәреү  эштәрендә киң ҡулланыла. Ышаныслы техникаға заказдар әле етерлек. Цехтар ярым буш торған, хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартҡан, эш хаҡы тотҡарланған  ауыр ваҡыттар үтте, ти предприятие етәкселеге. Күмертау авиация предпариятиеһы "Рәсәй вертолеттары"  холдингына ҡушылыу менән яңы һулыш алды.
Быныһы инде Ка-32 АА 11 БС вертолеты.  Ауыр күтәрелгән, әммә ҡеүәтле вертолет ут һүндереү һәм ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Үҙе менән ул 5 тоннаға тиклем һыу күтәрә ала. Әле Ҡытайҙар заказ биргән биш вертолеттың беренсеһе  саҡ һынау үтә. Техниканың идара итеү мөмкинлектәре көйләнә. Барыһы ла яҡшы булһа ул хужаларына оҙатыласаҡ.  Бынан тыш, Күмертауҙар илдең оборона министрлығына  20 осоу аппараты тапшырырға тейеш.
Предприятие үҙе лә һуңғы йылда үҙгәреш осоро кисерә. Заказдар килә икән, цехтарҙы яңыртыу, технологиялар үҙләштереү, биналарҙы төҙөкләндереү мөмкинлеге лә бар. Етәкселек хатта, предприятиеның үҙ музейын булдырып йәштәрҙе авиацияға ылыҡтырыу, лайыҡлы алмаш әҙерләү эшен дә йәнләндермәксе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку