Аҙна яңылыҡтары. Балалар баҡсаһына түләүҙәргә ташламалар ҡайтарыласаҡ

Аҙна яңылыҡтары. Балалар баҡсаһына түләүҙәргә ташламалар  ҡайтарыласаҡ 28.05.2017

1 марттан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөгән икенсе һәм өсөнсө бала өсөн ҡаралған компенсация алынып, социаль ярҙам аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә генә ҡалдырылғайны.

Башҡаларға түләүҙәр бермә-бер артты һәм был ата-әсәләр араһында ҙур ғауға тыуҙырҙы. Ҡайһы бер төбәктәрҙә хатта, ризаһыҙлыҡ акцияларына ла сығып маташтылар. Хәҙер ташламаларҙы киренән ҡайтарырға уйлайҙар. Был турала Рөстәм Хәмитов  Краснокама районына эш сәфәре барышында белдерҙе.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был федераль үҙәктән ҡушылған мәжбүри аҙым ине. Республика күп  балалыларға ла, аҙ тәьмин ителгәндәргә лә ярҙам итергә тейеш  һәм балалар баҡсаһына түләүҙәрҙе компенсациялау  тәртибен яңынан ҡарала, тине ул.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку