Аҙна яңылыҡтары. Бөгөн - Халыҡ-ара көлкө көнө 02.04.2017

Бөтә донъяла кешеләр бер- береһен шаярта, көлә, ҡыуана.  Ләкин Рәсәйҙә генә был көн алдауға ғына ҡайтып ҡала.  Күрәһең, алдашыу беҙҙең булмышыбыҙға шул тиклем ныҡ  үтеп ингән. Төп башына ултыртыу, кәкре ҡайынға терәү, йомшаҡ түшәп ҡатыға ултыртыу Рәсәйҙә милли үҙенсәлек тиһәң дә була. Дәүләт алдай, түрәләр алдай, кешеләр бер-береһен алдай. Бөтә ерҙә лә мутлашыу һәм айыу майы һөртөүҙәр. Был аҙнала ғына беҙҙең редакцияға тиҫтәләп кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп мөрәжәғәт итте.

Бушлай сыр ҡапҡанда ғына! Бер нисә минутта организмды  йәшәртергә вәғәҙәләгәндә уның тураһында уйлап тороп буламы һуң? Өфөләге матурлыҡ  салонында Миңлегөл Абдрахмановаға  тәүҙә  консультация бирәләр, һуңынан һәр  береһе 28 мең һум торған укол эшләйҙәр.
Ә Валентина Герасимоваға ошо уҡ салонда мөғжизәле матрас һәм  үҙе йоҡлата торған мендәр һатҡандар. Тик оло йәштәге ханым хәҙер бөтөнләй йоҡлай алмай! Уға был әйберҙәр өсөн 66 мең һум  түләргә кәрәк.
Валентина Герасимова, Өфөлә йәшәүсе: «Пенсиям һигеҙ мең һум. Алтмыш алты меңде мин нисек түләргә тейеш икән. Ниндәйҙер процедуранан һуң, аңым томаланды. Үҙемде ҡайҙа һәм ни өсөн килгәнемде аңламай башланым».
«Дешели» косметикаһы һәм ошондай салондарҙа булыусылар  үҙҙәренә ҡарата гипноз ҡулланғандар тип бара.
Берәрләп кенә түгел, меңәрләп кешене лә бер юлы алдайҙар. Дарыу урынына буш пилюлалар һатып.
Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында йәшәүсе Туҡтаровтар. кредитҡа тәҙрә һатып алған. Сит кешеләр уларҙың өйөнә килеп ун минут эсендә онлайн кредит биргән. Хәҙер ғаилә биш бәләкәй генә  ауыл тәҙрәһе өсөн 150 мең һумға бурысҡа батҡан. Ысынбарлыҡтағы хаҡтан 3-4 тапҡырға ҡиммәтерәк!
Алдап ышандыралар, ышанғанды белеп тә төп башҡа ултырталар! Йөҙәр мең һумға ғына түгел, егерме һум биреп икмәк алғанда ла алданабыҙ. Нисекме? Беренсенән, уның составы тураһында этикеткала тулы мәғлүмәт бирелмәй. Икенсенән, кәштәләге икмәк киләсәктән дә булыуы мөмкин! Беҙҙең редакцияға 25 март көндө 28 март датаһы менән икмәк һатып алыусы мөрәжәғәт итте. Икмәк комбинаты хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, мисәт буялған...һәм ваҡыт машинаһында беҙҙең көндәргә килеп еткән.. Алдаусылар ябай автомобилдән дә яҙҙыра.
Динара Зөлҡәрнәеваның тормош иптәше менән тимер ат өсөн 750 мең һумлыҡ кредиты була. Түләй аламй башлағас, йәштәр ярҙам һорап  «Древпром» финанс ойошмаһына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә хәҙер аҡса ла, автомобиль дә юҡ.
Ярҙам итеү урынына, ярҙан этеү күптәрҙең йәшәү рәүешенә әйләнгән. Торлаҡ алам тип ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалыусылар күпме? Меңәрләп...һәр ҡалала.
Ябай халыҡтың миллиондары мутлашыусылар кеҫәһен ҡалынайта, төҙөләсәк  күп ҡатлы йорттар урынына  уларҙың ҡәлғә-йорттары ҡалҡып сыға. Ә улар бындай эшмәкәрлеге өсөн язаһыҙ ҡала. Сөнки улар ошондай уҡ юл менән бөтәһен дә алдай. Уларға ирек, уларға юл асыҡ. Юлдарҙа ла улар. Ябай халыҡтың тир түгеп йыйған аҡсаларына алған затлы машиналарҙа елдерәләр. Сөнки алдай беләләр!
Мутлашыусылар  виртуаль  донъяны ла баҫып алды. Иҫке диваның урын алып торамы? Кәрәкмәй, һатам, тип Интернетта иғлан биреп ҡуйма! Һатып алыусы тиҙ табыласаҡ. Ул банк картаһына аҡса күсерәм, тип ышандырасаҡ. Һөҙөмтәлә, ундағы бөтә булған меңдәрегеҙҙән ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ! Ошондай миҫалдар бихисап.
Календарҙа  1 апрель генә  көлкө, шаяртыу һәм  алдау көнө булараҡ билдәле. Тик ысынында иһә ул 365 тапҡыр ҡабатлана.Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ,  күршеләр бөтә кешеләр алдай. Мутлашыуҙар аҙым һайын, көн һайын. Сөнки халыҡ үҙе лә алданырға әҙер тора.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика