Аҙна яңылыҡтары. Алданыусыларҙы ҡотҡарыу алданыусыларҙың үҙ эше

Аҙна яңылыҡтары. Алданыусыларҙы ҡотҡарыу алданыусыларҙың үҙ эше 10.09.2017

Элегерәк, реаль тормошта мутлашыусыларҙы ҡулға алыу еңелерәк булһа, виртуаль киңлектәрҙә кеше алдаусыларҙың эҙенә төшөү мөмкин дә түгел кеүек. Шулай ҙа Шерлок Холмстар бар әле. Баш ҡалала йәшәүсе үҫмер мутлашыусыларҙы ҡулға алыуын полициянан   көтөп ятмай  үҙе асыҡлаған. Артем Никулин интернет аша аяҡ кейеме һатып алырға була. Ләкин аҡсаһын да, кроссовкаларын да көтөп ала алмай. Егет аптырап тормай  социаль селтәрҙәр аша мутлашыусының үҙенә үк барып сыға һәм аҡсаһын кире ҡайтарыуға өлгәшә. Әммә бар  алдыҡ та еңел генә фаш ителмәй шул. Был осраҡта инде кеше ҡайғыһында мөлкәт туплаусылар шаша ғына. Тик шуны онотмаһындар ине. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Бына был юлы ла...

Билдәле йырсы Айгөл Әсәҙуллина был видеояҙманы интернет селтәренә сараһыҙлыҡтан һалған. Ләкин  бер генә кешенән  уның һымаҡ  алданыусылар күптер тип күҙ алдына ла килтермәй. Ошондай уҡ хәлгә тарыған кешеләр көнө-төнө яҙа башлағас ҡына мутлашыуҙың күләмен аңлай. Эдуард Ишбаев барыһына ла торлаҡ алып бирешәм тип аҡса алған,  2011 йылдан башлап 2015-кә тиклем.  Айгөл Әсәҙуллина ла был исемлеккә уйламағанда эләгә. Тәүҙә Эдуард Ишбаев  һеҙҙең тауышығыҙ моңло, миңә оҡшай,  йырымды башҡарығыҙ тип мөрәжәғәт итә. Ә бер аҙ ваҡыттан һуң ул  бюджет хеҙмәткәрҙәренә фатир бирелә хаҡын тиҙ генә түләргә кәрәк  тигәс  Әсәҙуллиндар 1 миллион ярым кредит алып бирә. Хәҙер  ғаилә бурысҡа ла батҡан, торлаҡ та юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку